Ҡаҙы эшләү
Ҡаҙы эшләү
Ҡаҙы өс төрлө була
үҙгәртергә- Эс майынан (ҡорһаҡ майы) эсәккә тоҙлап тултырылғаны. Тоҙҙан башҡа бер нәмә лә һалынмай, төрлө тәмләткестәр ҙә ҡушылмай.
- Ҡабырғалы ҡаҙы — ҡабырғалағы ит өҫтөнә үҫкән майҙан яһала. Быныһына әҙерәк ит ҡушып, эсәккә тултыралар. Майы күберәк булған һайын яҡшыраҡ.
- Ял ҡаҙыһы. Йылҡының ялынан ҡырҡып алалар. Дөрөҫөрәге елкәһендәге ит ҡырҡыла, тарамышынан айырып, эсәккә тултырмайынса ғына бешерәләр. Ҡаҙаҡтар ҙа ҡабырғалы ҡаҙыны эсәккә тултырмай, ҡабырға ите менән бергә бешерә.
“Ҡаҙылыҡ” — диалект һүҙе. Ҡайһы яҡта уны хатта “тултырма” ла тиҙәр. Әммә күпселек башҡорттар “ҡаҙы” ти.
Ҡаҙыны ыҫлау
үҙгәртергәҠаҙыны ыҫлағандарын күргәнем юҡ, әммә ҡояш төшмәгән урында ҡаҡлағандарын күреп йөрөнөм. Әлбиттә, ыҫланған ҡаҙы ла була. Уны ағас сөрөгөнөң төтөнө менән эшкәртәләр. Теләһә ниндәй ағас менән түгел. Мәҫәлән, ерек яҡшы һанала. Кемгә нисек оҡшай инде быныһы.
Башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү буйынса “Башҡортостан” гәзитенең көрәш алып барыуы мәғлүм. Был йәһәттән телевидение ла камиллашһын ине. Тик халыҡтың үҙенсәлеген, ғөрөф-ғәҙәтен, аш-һыуын белгән, телде һыу кеүек эскән кеше генә алып барырға тейеш тапшырыуҙы. Нисек инде ҡаҙы эшләү тураһында боҙоп һөйләргә мөмкин? Былай барһа, оҙаҡламай берәйһе урыҫ телендә ҡаҙыны “Казы — это колбаса” тип һөйләмәҫ тимә.
Йылҡы малын һуғымға һимертеү
үҙгәртергәҠаҙы йылҡының йәшенә, нисек ашатылыуына, ашамлыҡтың сифатына, хужаһының эшлеклелегенә лә бәйле. Йылҡыны һуймаҫтан алда уҡ ниндәйлеген әйтеүселәр була. Бәхәс тә тыуа.
Һуғым һуйыу үҙе бер байрамға әйләнә. Һимеҙлеген ҡабырғаға үҫкән майҙың ҡалынлығы менән үлсәйҙәр (ҡорһаҡ тәңгәлендәге май). Бармаҡ менән! Бер иле (“илле” лә тиҙәр), ике иле, өс-дүрт һәм — ая. Биш бармаҡ ҡалынлығына етһә, “биш иле” тип әйтмәйҙәр, ә “бер ая” тиҙәр. Бер илегә етмәһә, “сығанаҡ” ҡаҙыһы була. Йылҡы бик ныҡ һимерһә, һуйған ваҡытта арҡаһына һалғанда ҡабырғаһы майҙы күтәрә алмай һыныуы ла ихтимал (күргәнем бар). Ике йәшлек йылҡы 1–2 иле бирә, 4–5 йәшлектәре — күберәк.
Һуғым малын иң кәмендә 40 көн ашатып һимертәләр. Алдында яҡшы бесән, һоло, арпа, бойҙай, һәр саҡ һыу булырға тейеш. Киҫәкле тоҙ ҙа ятһын. Иркендә йөрөү ҙә файҙалы. Бәйләп ҡуйып та ашатырға мөмкин. 40 көндә үҙ ауырлығына тиң иген ашаһа, йылҡы һимерә. Әгәр ҡаҙы булһын тиһәң, йыбанмай төндә лә тороп аҙыҡ бирергә кәрәк. Айғырға ҡарағанда бейә малының ите тәмлерәк, ун йәште үткән йылҡы ите бик яҡшы булмай.
Сиҙәм үҙләштергән йылдарҙа урыҫ халҡы ла беҙҙең яҡта йылҡы итенең тәмен белеп ҡалды. Марущак исемле бер украин гел генә йылҡы һуя торғайны. Һуйырға башҡорттарҙы саҡыра. Бер башҡорт ял ҡаҙыһын тарамышы менән ҡырҡып алып: “Этим я сапоги шью”, — тип ташлап ебәрә. Марущак күреп ҡала ла: “Я тоже сапоги сошью”, — тип барып ала. Был турала мәҙәк итеп һөйләйҙәр.
Кискеһен һуғым итенә йыйылалар. Әлбиттә, эс ҡаҙыһы бешерелә. Эсәктең йыуанлығы малдың йәшенә ҡарап төрлө була, ҡаҙы ла шуға бәйле бит инде. Кемдер бер ҡырҡым ашай ала, кемдер 2–3-тө. Минең ағай 12 ҡырҡым ашай ала ине! Ҡырҡымдың уртаса диаметры 4–5 сантиметр була, оҙонлоғо — 1,5 бармаҡ яҫылығында. Бына шулай ашанылар элек.
Атай Монголияла хеҙмәт иткән осорҙа күргән аттар тураһында һөйләй торғайны. Ундағы халыҡ өйөрөндәге йылҡы малының һанын да белмәгән. Тик 1941 йылда һуғыш башланғас ҡына иҫәпләй башлағандар. Атайҙың әйтеүенсә, далала йөрөгән йылҡы бик көр (һимеҙ) булған. Һыу юҡлыҡтан үлеп ятҡан аттарҙың эсен ярып ҡараһаң, 3–4 иле майы була торғайны, тип һөйләй ине мәрхүмең.
Х. ДӘҮЛӘТБАЕВ. Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.