Ҡаҙ (йомаҡтар)
- Ары лап-лап,
Бире лап-лап,
Килә кейеҙен ҡаплап. - Ике ҡыҙыл бағана
Ҡанаттарын ҡағына. - Һыуҙа йөҙә,
Күктә оса,
Табынға килә,
Табаҡҡа менә. - Һыуҙа йөҙә,
Күктә оса,
Ерҙә йөрөй,
Ит менән һыйлай. - Һыуҙа йыуынып алды —
Өҫтө ҡоро ҡалды. - Ҡыйыҡ-мыйыҡ атлаған,
Аҡ сәкмәнен ҡаплаған. - Аҡ ҡанат, пак ҡанат,
Ҡаңҡы-миңке ҡаҡ ҡанат. - Ҡаңҡ итә, ҡуңҡ итә,
Өҫтәлгә килеп ултырһа —
Бар ҡайғыңды юҡ итә.