Ҡолаҡты нисек тишергә?

Ҡолаҡта, аяҡ табанында, бармаҡ остарында устарҙағы кеүек рефлектор зоналар бар. Улар организмдың теге йәки был ағзаһы менән туранан-тура бәйле. Ҡолаҡтың йомшаҡ урыны – баш, унан өҫкә табан менгән кимерсәк умыртҡа бағанаһы эшмәкәрлеге менән бәйләнештә. Ҡолаҡ йомшағының уртаһында – алҡа кейҙерелә торған урында күҙҙәр сәләмәтлеге өсөн яуап биргән нөктә урынлашҡан.

Сәләмәтлеккә зыян килтермәй генә ҡолағығыҙҙы тишергә уйлаһағыҙ, иң тәүҙә ундағы актив зоналарҙы теш таҙартҡыс менән билдәләгеҙ, уның йомшаҡ урынына баҫып сығығыҙ. Иң ауыртҡан урын күҙҙең рефлектор зонаһы буласаҡ. Унан 1–2 мм һулда йә уңда тишек тишергә мөмкин.


Һылтанмалар

үҙгәртергә