Ҡолғана ауылы ер-һыу атамалары
Атамалар тарих һөйләй
Памятник яланы
үҙгәртергәҠолғана ауылына Һарғая ауылынан килеп ингән яғында Памятник яланы тип аталған урын бар. Памятник яланы, сөнки ул яландың уртаһында, ысынлап та, һәйкәл ҡуйылған.Кем иҫтәлегенә ҡуйылған икән һуң был һәйкәл?
1919 йыл. Илде солғап алған граждандар һуғышы урман араһында ултырған бәләкәй генә Ҡолғана ауылын да урап үтмәй. Ауыл берсә ҡыҙылдар,берсә аҡтар ҡулына күсә. Һыуыҡ декабрь көндәренең береһендә Смоленск полкының Каширин отряды ҡыҙылармеецтары менән ауылдағы колчаксылар араһында алыш башланып китә. Бәрелеш ҡаты була. Көстәр тигеҙ булмай. Ҡыҙылдар еңелә. Ҡасып ҡотола алмайҙар. Ун һигеҙ ҡыҙылармеецты аҡтар бер күл буйында атып үлтерә. Алыштан һуң ауыл халҡы төнөн генә барып һәләк булған яугирҙарҙы ошо күл янына бөтәһен бер урынға ерләй. Ошо ваҡыттан алып был күл Большевик күле тип йөрөтөлә башлай.
Йылдар үтә. 1974 йылда ошо ҡыҙылармеецтар хаҡында Ҡолғана ауылында йәшәүсе, аҙаҡ мәктәптең тарих уҡытыусыһ, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Рәсәй Федерацияһының журналистар созы ағзаһы , шағир Ғәләүетдинов Сәрүәр Әбүталип улы тарафынан Әбйәлил районының «Осҡон» исемле район гәзитендә мәҡәлә баҫылып сыға. “Район етәкселеге хатты иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Улар Магнитогорск ҡалаһындағы 48-се мәктәптең эҙәрмәндәрен ошо урынға ебәрҙе. Тау металлургия институты студенттары ярҙамында улар,ябай ғына обелиск әҙерләп, 1974 йылдың сентябрендә ҡәберлекте кәртәләп, унда һәйкәл ҡуйҙылар”, - ти ветеран уҡытыусы Сәрүәр ағай Ғәләүетдинов. Был ҡәберлек мәктәптең пионер һәм комсомол ойошмалары тарафынан йыл һайын тәрбиәләнеп торор булған .Ә халыҡ был яланды Памятник яланы тип йөрөтә башлай .Үкенескә ҡаршы, был ҡәберлектә ерләнеүселәрҙең исемдәре бөтөнләй билдәле түгел.Һәм инде был ҡәберлек тә хәҙер бер кем тарафынан да тәрбиәләнмәй.Тарих онотолорға тейеш түгел.Был урынды яңыртып кәртәләп ,буяп ҡуйһаҡ бик яҡшы булыр ине.
Канчал тауы
үҙгәртергәАуыл эргәһендәге тауҙарҙағы окоп урындары һәм башҡа атамалар,был яҡтарҙа, ысынлап та, аҡтар-ҡыҙылдар һуғышының көслө булыуы тураһында һөйләй. Шуларҙың береһе - Канчал тауы.Ауылдың өлкән быуын кешеләре һөйләүенсә, ауылдан алыҫ түгел бер бейек тауҙа бик ҡаты һуғыш була, бик күп ҡан ҡойола. Хатта тау ҡыҙылға буялған кеүек була.Шуға халыҡ был тауҙы Ҡаншал тип атай, аҙаҡ Канчал булып китә.
Мейес асығы
үҙгәртергәШулай уҡ, Һарғая менән Ҡолғана араһындағы Мейес асығы ла тарих һөйләп ултыра.Яҡынса киңлҽгҽ - 5, оҙонлоғо 13 метрлыҡ мейес булған был асыҡта. 1930 йылдарҙа бында күмер яндырғандар. Халыҡ күмерҙе ялан яғына алып барып игенгә алыштырыр булған. Белорет заводына ла ебәргәндәр.Был мейестең урыны, таштары әле лә бар. Был урын хәҙер Мейес асығы тип йөрөтөлә.
Хәйбуллина Алһыу,Ҡолғана мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.2022 йыл