Ҡолғана ауылы тарихы

Ҡолғана ауылы— Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районына ҡараған ауыл. Ул иҫ киткес матур урында – саф һауалы, һирәк осрай торған бәрҙе һәм башҡа балыҡтарға бай йылғалар буйында, һылыу ағаслы тауҙар ҡосағында урынлашҡан.

Ҡолғана ауылы тарихы

үҙгәртергә

1816 йылда Ярылғап ауылынан 15 ғаилә Үҙән йылғаһы буйындағы хозур тәбиғәтле бик матур урында Ҡолғана ауылына нигеҙ һалалар. Шулай уҡ бында Ярылғаптың улы Нарынбай һәм зауряд-сотник Байғусҡар һәм Ишбулдылар ҙа йәшәгән. Әлеге көндә уларҙың зат-ырыуынан Шаһимырҙанов Фауарис бар. Ҡолғана ете йыл тыу йөрөгән бейәне һуйҙырып, ауылда йәшәгән ырыу- ҡәбиләләрҙе һый-табынға йыйып, байрам яһап, ырыуҙаштарынан ауылға үҙенең исемен бирергә фатиха, изге теләктәр алып, халыҡты ҡунаҡ иткән, тип һөйләй ауылдың күпте күргән, күпте кисергән аҡһаҡалдары.

1834 йылда ауылда - 151, 1859 йылда - 207, 1917 йылда 516 кеше йәшәгән. 1812 йылғы Ватан һуғышында Ҡолғана ауылынан Ишкенә Көсөкҡолов та ҡатнаша. Ул ике миҙал кавалеры. 14-се башҡорт полкы составында 1814 йылдың 19 мартында Парижды алыуға үҙ өлөшөн индерә. Ул дәүерҙә ауыл халҡы малсылыҡ, урмансылыҡ, һунарсылыҡ, ер эшкәртеү эштәре менән мәшғүл булған. XIX быуаттың 40-сы йылдарында 35 хужалыҡтың 167 кешеһе Һарғайы, Әңкес йылғалары буйына һәр яҙ һайын йәйләүгә сыға торған булғандар. Уларҙың 144 аты, 105 баш һыйыры, 20 баш һарығы, 31 баш кәзәһе булған. Йәйләү осоронда иген дә үҫтергәндәр.

Ҡолғана ауылы тирәһендәге ҙур яландарға Ҡаҙмаш, Суван, Буҙыҡай, Ярылғап, Ҡалҡас, Тирмән ауылдары кешеләре лә йәйләүгә килгәндәр. Әле лә ер-һыу атамалары борон ата-бабаларыбыҙ атап йөрөткәнсә һаҡлана. Мәҫәлән, Ҡола ҡашҡа яланында 2 ауыл ултырған: Суван менән Ҡаҙмаш ауылы кешеләре. Шуға был ерҙәрҙе әле лә Суван Ҡолағашҡаһы, Ҡаҙмаш Ҡолағашҡаһы тип йөрөтәләр.

Ҡолғана халҡы ара-ара булып ултырған. Мәҫәлән, Ҡырҡһуйыл асығында – Ҡарғалар, Һаһыҡҡыуыш асығында – Ишкенәләр араһы. Ауылдың ир- егеттәре 30-сы йылдарҙа Ҡолғана ауылынан Һарғая ауылына барған юл буйындағы бер асыҡта таштан мейес сығарып, Ҡыраҡанан ат менән ташып, ҡайын, ҡарағай утындарын мейестә яҡҡандар.

Эре- эре күмерҙәре, ат йөгөнә тулғас, суйын иретеү заводына ебәргәндәр. Күмерҙе Әбйәлил районының Хәлил ауылы баҙарына алып барып һатҡандар. Ялан яғының кешеләре күмерҙе мейес тоҡандырыуға, самауыр ҡайнатыуға һатып алғандар. Мейес яҡҡан урынды бөгөн ерле халыҡ Мейес асығы тип йөрөтә.

1917 йылда Ҡолғанала 92 хужалыҡ, 516 кеше йәшәгән. 1920 йылда ауыл 3 хужалыҡҡа, 16 кешегә кәмей.

1930 йылдың авгусында Бөрйән районын ойошторғанда Ҡолғана ауылы ла ошо районға инә. Ауылда колхоз, ағас әҙерләү контораһы ойошторола, партия ағзаларына кандидаттар төркөмө, комсомол ойошмаһы, колхоз идараһы һәм урындағы Совет активтары Шәйхетдин Хисмәтуллин, Ғәлимйән Мусин, Мөхәррәм Шәңгәрәев, Динислам һәм Шәйхислам Баһауетдиновтар, Һибәт Мәхмүтов, Әфтәх һәм Сәлимйән Сөләймәновтар, Күжәхмәт Нуретдинов һәм башҡалар синфи көрәштең ул ваҡыттағы киҫкен осоронда халыҡты өгөтләү һәм ойоштороу буйынса бик күп эш башҡарғандар.

1946 йылдың 26 мартында Ҡолғананы Ҡаҙмаш ауыл Советына ҡаратып, Әбйәлил районына ҡушалар. Кемдеңдер уйлап еткермәүе сәбәпле, Ҡолғана халҡының күрәһенә ҡарай, халыҡтың кәртә артына терәлеп торған ерҙәр, урмандар тулыһынса Бөрйән районы ҡарамағында ҡалдырыла.

1984 йылдың 29 декабрендәге Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Указы буйынса Ҡолғана ауылы ҡайтанан Бөрйән районына бирелә. Ҡолғана ауылын райондан районға күсереп йөрөтөү ауылдың үҫешенә кире йоғонто яһай. Төплө эш урындары булмай. Социаль объекттар төҙөү – юл эшләү, элемтә, электрлаштырыу һ.б. нәмәләрҙән халыҡ мәхрүм булды. Әбйәлилдәр берәй социаль объект төҙөтөп эш асыр ине, ер – Бөрйәндеке.

Халыҡ күбеһе Бөрйәндә эшләй (леспромхоз, лесхоз һ.б.). Бөрйәндәр берәй социаль объект төҙөр ине, административ бүленеш буйынса халыҡ – Әбйәлилдеке булды.

Үҙән һыуын эсеп, Түгелмә тауы итәктәрендә йөрөп, уйнап үҫеп, ил даны өсөн тырышлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән, яуҙарҙа йәнен ҡорбан иткән, үҙҙәре тураһында яҡты иҫтәлек ҡалдырған кешеләр аҙ түгел. Бөйөк Ватан һуғышында ғына ла Ҡолғана ауылынан Ватанды һаҡлауҙа 55 кеше ҡатнаша: Йәһүҙә Сөләймән улы Ибраһимов Бөйөк Ватан һуғышында рота командиры, үҙйөрөшлө артиллерия экипажы командиры була. Капитан званиеһында I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Шулай уҡ Ҡолғананан Зәйнетдин Рәхмәтулла улы Рәхмәтуллин да Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике Ҡыҙыл йондоҙ, Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Әбүталип Сәйетборхан улы Ғәләүетдинов та һуғышта танкка атыусы пулеметсы була. Сталинград, Курск, Орел, Воронеж, Кенигсберг ҡалаларын дошмандан азат итеүҙә күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн III дәрәжә Дан ордены, ике “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” һ.б. орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 1998 йылдың 29 сентябрендә закондар сығарыу Палатаһы тарафынан Ҡолғана ауыл Советы ойоштороу тураһында Закон сығарыла. 10 октябрҙә Вәкилдәр палатаһы тарафынан хуплана һәм Ҡолғана ауыл советы ойошторола.