Ҡомалаҡ ҡайнатмаһы

Ҡомалаҡ ҡайнатмаһы — ҡомалаҡ сәскәһенән эшләнгән тәбиғи сүпрә.

Ингредиенттар

үҙгәртергә
  • кипкән ҡомалаҡ сәскәһе (һабағы булмаһа, көсө булмай тиҙәр)
  • шәкәр
  • һыу

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Бер литр һыуға, ҡуш ус ҡомалаҡ һалып, шәкәр өҫтәргә, ҡайнатырға. Ярты сәғәт тирәһе талғын утта бешерергә.

Кәстрүлгә 1,5 стакан он һалырға. Һөҙгө аша ҡомалаҡты он өҫтөнә ауҙарып, тигеҙләнгәнсе болғарға. Тағы шәкәр өҫтәп, йылы урынға ҡуйырға. Ул шунда өс көн тирәһе әсегәс, тағы шәкәр өҫтәп, һыуытҡысҡа ҡуйырға.

Бер эшләп алғас, оҙаҡҡа етә. Яртылаш арыш оно ҡушып эшләргә мөмкин.