- Бер ағастың башында,
Бер аҫыл ҡош ултыра.
«Иртән килеп алмаһаң,
Китәм», — тиеп ултыра.
- Бейек тауҙың башында
һары сәпсек ултыра.
«Бөгөн килеп алмаһалар,
Осамын», — тип ултыра.
- Оҙон ағас башында
Ҡалтыр-ҡолтор ултыра.
«Ҡалтырбикә ҡапсығына
Төшәмен», — тип ҡотора.
- Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ағасҡа менә.
- Кәкре ағас башында
Кәлтин-кәләй ултыра.
«Бөгөн таңда килмәһәң,
Китәм», — тиеп ултыра.
- Оҙон сылбыр сыуалған,
Сыпсыҡ шуға уралған.
- Аҫты аҫыулы,
Төймәһе баҫыулы.
- Игәй-мигәй бау ишә.
Ҡабара ла ҡабара,
Ҡабарған күркә кеүек,
Ҡабарып бешкән күмәс кеүек,
Еҙ мыйыҡлы еҙнәм кеүек,
һағынып килгән кейәү кеүек;
Хәле бөтөп ултырған,
Ағасҡа барып тотонған.
- Уҡлау,
Уҡлау башы — суҡлау,
Ер күкләү,
Етмеш ағас тамыры.
- Келәткә килеп инде,
Көрәгәгә йәнен бирҙе.