- Көлдөксәлә еҙ тәкә,
Етәкләтә, күтәртә,
Үҙе бармаҫ,
Эйәртһәң, ҡалмаҫ.
- Мороно мортас,
Ҡарыны ҡартас,
Атҡа менмәҫ,
Йәйәү бармаҫ.
- Мороно мортас,
Ҡарыны ҡартас,
Йәйәү йөрөмәҫ,
Тик тормаҫ.
- Аяҡһыҙ ҡулһыҙ, мәстүбәгә менә.
- Аяҡһыҙ булһа ла йөрөп тора.
- Өй артында бер әтәс, муйынын бороп ултыра.
- Өй артында еҙ тәкә,
Етәкләтә, күтәртә.
Үҙе бармаҫ,
Эйәртһәң — ҡалмаҫ.
- Аяғы юҡ, ҡулы юҡ,
Үҙе етәккә бик шәп.
- Бохар бесәйем бит ағарта.
- Бохарҙан килгән йылтыр,
Ҡойроҡ осо сонтор.
- Арымаҫ, талмаҫ,
Үҙе йәйәү йөрөмәҫ.
- Арымай-талмай,
Атҡа менмәй,
Йәйәү йөрөмәй.
- Арымаҫ, талмаҫ,
Эйәрһә, кешенән ҡалмаҫ.