Башҡортостан ҡоштары

Ҡор ҡарсығаһы

үҙгәртергә

Ҡор ҡарсығаһыҡарҫыға, ҡарсаға, ҙур ҡарсыға, урыҫса — ястреб—тетеревятник, латинса — Accipiter gentilis L.

Ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған йыртҡыс ҡош төрө. Ҡарсығалар араһында дәүмәле буйынса иң ҙуры. Ҡарғанан ҙурыраҡ. Бүҙәнә ҡарсығаһынан байтаҡ ҙур.

Ата ҡарсығаға ҡарағанда инә ҡарсығалар ҙурыраҡ.

Осҡанда ҡыҫҡа ҡанаттары, оҙон ҡойроғо күҙгә ташлана (һарҙан айырмаһы шунда).

Һырты һорғолт көрән, кәүҙәһенең аҫҡы яғы һоро, арҡыры йыш ҡара һыҙыҡтар менән сыбарланған. Күҙҙәре өҫтөндә аҡ ҡаштары бар. Өлкән заттарҙың күҙҙәре ҡыҙыл йәки ҡыҙыл-көрән төҫтә, ә йәш заттарҙыҡы - сағыу һары.

Башҡортостанда аҡ төҫтәге ҡарсығалар ҙа осрай.

Тауышы яңғырауыҡлы: «кик-кик-кик». Урманда йәшәй.

Ултыраҡ ҡош. Көҙ һәм ҡыш бер урындан икенсе урынға күсеп йәшәй, яҙғыһын ояһына кире ҡайта. Киң генә таралған.

Ҡор-ҡарсығаһы үҙ биләмәһендә генә йәшәй. Ояһы ағас башында була. Оя ҡорор алдынан һәм оя ҡорған ваҡытта ата менән инә ҡарсыға һауала өйрәләп-өйрәләп оса. Биләмәләренең сиге боҙолған осраҡта, пар уны аяуһыҙ ҡурсалай. Ата ҡоштарҙың ағастағы шәхси биләмәләре, ғәҙәттә, инәләренекенән бейектәрәк урынлаша. Оя ҡорған ваҡытта шәхси биләмәләре 570-тән алып 3500 гектарға ҡәҙәр етә.

Ояны ғәҙәттә ҡарт урманда, юл, һаҙлыҡ, болон һәм башҡа асыҡ урындарға яҡын ултырған ағаста олоно янындағы ботаҡта ҡора. Диаметры метр тирәһендәге ояны ҡоро сыбыҡ һәм ботаҡтарҙы йәшел үренде, ылыҫ шәлкеме йәки ҡабыҡ киҫәктәре менән сырмап эшләйҙәр.

Ҡор-ҡарсығалары йылына бер мәртәбә, апрель башынан июнь урталары осоронда үрсейҙәр, өҫтәүенә, иң юғары әүҙем ваҡыт апрель аҙағына һәм майға тура килә.

3-4 бөртөк һорғолт таплы йәшкелт аҡ йомортҡа һала. Йомортҡаның ҙурлығы 59×45 мм, тышы ҡытыршы, күкһел-аҡ. Себештәр 28-38 көндән моронлай башлайҙар. Йомортҡаларҙы инә ҡош баҫа, әммә ул һунарҙа саҡта, уны ата ҡош алмаштыра. Инә ҡош ояла балалары сыҡҡандан һуң 25 көнгә ҡала. Был ваҡытта балалары һәм инә ҡош өсөн аҙыҡ хәстәрләү ата ҡошҡа йөкмәтелә. Ҡошсоҡтар ояла 34-35 көн ултыралар, артабан шул уҡ ағастағы күрше ботаҡтарға күсенәләр. 35-46-сы көнгә оса башлайҙар, шуға ҡарамаҫтан, 70 көнлөк саҡтарына ҡәҙәр ата-әсәһе ярҙамында туҡланалар. Ата-әсәнән ҡошсоҡтар ҡинәт айырылалар, һәм йәш ҡоштар йомотҡанан сыҡҡандан алып алып 95-се көндәренә тулыһынса үҙ аллы була.

Ҡор ҡарсығалары ҡоштарға, имеҙеүселәргә, умыртҡаһыҙҙарға, урта һәм эре һөйрәлеүселәргә һунар итәләр. Ҡорбан йыртҡыс ҡош ауырлығының яртыһын тәшкил итергә мөмкин. Ҡуянға, тейенгә һәм ҡорҙарға һунар итәләр.

Элек ауға йөрөтөр өсөн ҡулға эйәләштергәндәр.

Ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттә

үҙгәртергә
  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары (белешмә китап). Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте. 1986 й., 11 б.