Ҡотан ауылы ер-һыу атамалары

Кәбәнташ ҡаяһы үҙгәртергә

Бейеклеге 110 метр тирәһе булып, алыҫтан уҡ күренеп торған был ҡая Ағиҙел йылғаһы буйында Шүлгәнташ мәмерйәһенә яҡын урынлашҡан. Төҙөлөшө буйынса исеме есеменә тура килеп, ысынлап та ситтән ҡарағанда кәбәнде хәтерләтә. Был ҡаяның исеменең килеп сығышы тураһында халыҡ араһында бер-нисә легенда йөрөй.

1-се вариант үҙгәртергә

Күп йылдар элек был ерҙәрҙә бик һаран булған Ҡарабай исемле бай кеше йәшәгән. Көтөүлектәргә, сабынлыҡтарға хужа булып, ябай халыҡҡа был ерҙәрҙә малдарын йөрөтөргә, сабынлыҡтарҙа бесән сабырға рөхсәт итмәгән. Сабынлыҡтарҙан алған бесәнде кәбәндәргә һалып , Ҡарабай ябай халыҡҡа кеше ишетмәгән ҙур хаҡҡа өлөшләп һатҡан. Халыҡ Ҡарабай менән риза булмаған. Аҡһаҡалдар бик ныҡ рәнйегәндәр байға. Бер төндө кәбәнгә һалынған бесән ташҡа әйләнгән. Халыҡ был ташты Кәбәнташ тип йөрөтә башлаған.

2-се вариант үҙгәртергә

Аҡһаҡалдар һөйләүе буйынса элегерәк был ерҙәрҙә Бейеш исемле кеше йәшәгән. Бейеш бик аҡыллы, дөрөҫлөктө яратҡан кеше булған. Уны халыҡ яратҡан, хөрмәт иткән. Бейештең һөйләгән һәр һүҙенә ышанғандар. Уның тураһында кәбән ташылай ныҡ, ышаныслы кеше тигәндәр. Бейеш үлгәндән һуң, Ағиҙел буйындағы кәбәнгә оҡшаған ҡаяны Бейеш-таш, ә һуңғараҡ Кәбәнташ тип йөрөтә башлағандар. == Скала Кабан-таш == Урыҫсаһы Ярко выраженная скала, возвышающаяся над рекой Агидель на высоту около 110 метров. Имеет характерную острую вершину. В переводе с башкирского, «Кабан-таш» означает «Каменный стог». Скала действительно напоминает форму стога. Со скалой связано несколько легенд, которые охотно рассказывают местные жители.

Жил здесь некогда очень жадный человек, богач Кара – бай. Забрал он себе и без того скудные окрестные пастбища и покосы. Скот у бедняков погибал от бескормицы, а Кара – бай сметал всё сено в один огромный стог и продавал по клочку за неслыханную цену. Проклял его народ, прокляли мудрые аксакалы. В одну из ночей стог сена окаменел – превратился в камень, который и по сей день возвышается над рекой, напоминая всем людям о человеческой скупости.

А другая легенда гласит, что когда-тов этих местах жил человек по имени Бейеш. Славился он на всю округу своей честностью, и на его слово всегда можно было положиться. О его высокой честности говорили: честность его крепка как каменный стог. Когда же Бейеш умер, скалу берегу реки Белой, похожую на стог сена, назвали Бейеш-таш. Но спустя время скалу стали называть Кабан – таш. Азикаев Айрат, ученик II класса МОБУ НШ-ДС д.Кутаново. 2022 йыл