Ҡояш системаһы/Марс
- Марс тутыҡ төҫөндәге тау тоҡомдары менән ҡапланған, шуның өсөн ҡыҙыл төҫтә.
- Марстағы "Олимп" тип аталған вулкан Ҡояш системаһындағы иң бейек тау.
- Марс полюстарындағы поляп шапкалар Ерҙәге кеүек аҡ боҙ менән ҡапланған.
- Марста боронғо йылға үҙәндәре бар, был үҙәндәр буйлан миллион һәм миллиард йылдар элек һыулы йылға аҡҡан.
- The Tooting crater on Mars was named after a suburb in London because the discoverer "thought [his] mum and brother would get a kick out of having their home town paired with a land form on Mars".
Марс — Ҡояш системаһында Ҡояштан дүртенсе планета. Марстың тышсаһы Ер кеүек материалдарҙан тора, шуға "Ер тибындағы" планета тип әйтәләр.
Марстың ҙурлығы
үҙгәртергәМарс Ҡояш системаһында, Меркурийҙан ғына ҡалышып, ҙурлығы буйынса икенсе планета. Уның диаметры 7000 километр, Ер менән сығыштырғанда яртыҙы ғына. Күләме Ерҙең ни бары 15% ғына. Ерҙең һур өлөшө диңгеҙ-океандар менән ҡапланған, шуға күрә Марста ҡоро ер күберәк.
Марс — төҫө менән ут һәм ҡанды хәтерләткес ҡыҙыл планета. Уға исем Боронғо Рим һуғьи аллаһы хөрмәтенә бирелгән. Был планета Ерҙән диаметры буйынса 2 тапҡырға бәләкәй һәм массаһы буйынса 10 тапҡырға кәм. Марс өҫтөндә сүллектәр, кратерҙар, тауҙар бар. Ҡайһы бер тауҙар бик бейек. Мәҫәлән Олимп исемле һүнгән вулкан 27 км бейеклектә. Марстағы тупраҡ тимергә бай. Шуға ла планетаның төҫө ҡыҙыл булып күренә. Марстың атмосфераһы асылда йоҡа шыйыҡ углекислый газдан барлыҡҡа килгән. Кешегә һулыш алыу өсөн кислород кәрәк, шуға космонавтар скафандр кейеп кенә Марсҡа төшә ала. Планетаның атмосфераһы ваҡ метеоридтарҙын һаҡлай. Планетаның полюстарында аҡ поляр кәпәстәр күренә. Улар туңған һыу һәм углекислый газ ҡатнашмаһынан тора.
Марс өҫтө саң һәм ваҡ таш бөртөктәренән торған сүллектәр, ҡаялар менән ҡапланған. Планета өҫтөндә кратерҙар бар. "Тарсис" тигән ҡалҡыулыҡта дүрт боронғо вулкан урынлашҡан. Иң бейеге "Олимп" тауы, уның бейеклеге 27 километр. Был Ерҙәге Еверестан 3 мәртәбә бейегерәк. Киңлеге 625 километр, Аризона штатынан да ҙурыраҡ.
Марстағы уртаса температура — 70° С. Экватор янында ғына ҡайһы саҡ 0° С-тан юғары күтәрелергә мөмкин. Планетала йыл миҙгелдәре алмашыныуы беленә — поляр кәпәстәр йәйен бәләкәйләнә, ҡышын ҙурайып китә. Ҡояшта йылынған атмосфера саң һәм туҙандан тоған ел-дауыл күтәрә. Дауыл тиҙлеге сәғәтенә 200 километрға етә һәм йөҙәр көн дауам итә. Ҙур-ҙур дауылдарҙы Ерҙән телескоптан күҙәтеп була.
Марстың Деймос һәм Фобос исемле 2 эйәрсене бар