Ҡояш системаһы/Ҡояш
факттар:
ИҒТИБАР: Бер ваҡытта ла Ҡояшҡа тура ҡарамағыҙ, күреү һәләте боҙола.
- Әгәр Ҡояшҡа телескоптан ҡараһағыҙ, һуҡыр ҡалыуығыҙ бар.
- Ҡояш Ерҙән 150 000 000 километр (93 миллион миль) алыҫлыҡта.
- Яҡтылыҡ Ҡояштан Ергә 8 минут эсендә килеп етә. Әгәр Ҡояшта шартлау булһа, Ерҙә тик 8 минуттан һуң ғына күренер ине.
- Ҡояшта һәр секунд һайын 4 миллион тонна газ энергияға әүерелә.
- Ҡояш диаметры Ерҙекенән 109 тапҡыр ҙурыраҡ.
Нимә ул Ҡояш?
үҙгәртергәҠояш — Ергә иң яҡын урынлашҡан йондоҙ. Бик ҙур плазма хәлендәге газ шары. Газ — беҙ һулаған һауа, шар эсендәге гелий. Ҡояш өҫтөндә температура — 5 500 °C, ә эсендә 15 миллион °C№ҡа етә. Ҡояш водородтан (70%) һәм гелийҙан (28%) тора. Секунд һайын бер нисә тонна водород гелийға әүерелә, ошо процесстан йылылыҡ һәм яҡтылыҡ барлыҡҡа килә.
Ҡояш Ергә йылылыҡ һәм яҡтылыҡ бирә. Ҡояш йылытҡанға Ерҙә үҫемлектәр үҫә. Үҫемлектәрҙән аҙыҡ һәм яғыулыҡ алабыҙ. Үҫемлек ҡалдыҡтарынан барлыҡҡа килгән нефть һәм таш күмерҙе яғып, йорттарҙы йылытабыҙ, эшкәртеп бензин алабыҙ. Ҡояшһыҙ Ерҙә тормош булмаҫ ине.
Ҡояштың ҙурлығы
үҙгәртергәҠояш ул иҫ китмәле ҙур шар. Хатта ғәйәт ҙур Юпитер уның янында кескенә шар. Уның киңлегенә 109 Ер киңлеген һалып булыр ине. Ҡояш системаһының 99.86% массаһы Ҡояшта. Әгәр Ҡояш өҫтөнә баҫһағыҙ, ауырлығығыҙ ерҙәгегә ҡарағанда 28 тапҡыр ауырыраҡ булыр ине, сөнки Ҡояштың массаһы ҙур һәм гравитация көсө лә көслөрәк тарта.
Ҡояш өҫтөнә миллионлаған Ерҙе ҡуйып булыр ине. Ҡояш Ерҙән бик алыҫ, шуға ғына бәләкәй булып күренә. Башҡа йондоҙҙар менән сығыштырғанда Ҡояш уртаса ҙурлыҡта. Ҡояштан күпкә ҙурыраҡ һәм бәләкәйерәк йондоҙҙар бар.
Ҡояштың өҫлөгө
үҙгәртергәҠояштың Ерҙеке кеүек ҡаты тышсаһы юҡ. Ҡояш — газ һәм плазманан торған утлы шар. Ҡояштың үҙәгенән алыҫлашҡан һайын газ тығыҙлығы кәмей. Ҡояштың күренгән ҡабығын "фотосфера", йәғни "яҡтылыҡ шары" тип атайҙар. Беҙ яҡтылыҡ барлыҡҡа килгән Ҡояштың өҫлөгөн күрәбеҙ. Фотосферанан юғарыраҡ та Ҡояшта бик күп материалдар бар. Ҡояштың әүҙемлеге ваҡытында ҙур газ массалары ҡояштан айырылып сыға.
Ҡояш нисек йылыта һәм яҡтырта?
үҙгәртергәҠояш Ерҙәге төп энергия сығанағы булып тора. Был энергия Ҡояшта бер туҡтыуһыҙ барған ядро синтезе реакцияһында барлыҡҡа килә. Дүрт водород атомы бергә ҡушылып бел гелий атомын барлыҡҡа килтерә. Материяның айырмаһы энергияға әүерелә. Шундай уҡ энергия водород бомбаһы шартлағанда барлыҡҡа килә.
- Төш (Core)
- Ҡояштың үҙәге бик тығыҙ, ҡурғаштан 12 тапҡыр ауырыраҡ. Температура биу юғары, 15 000 000 °C. Ҡояштың төшөндә ядро реакциялары бармай.
- Радиация зонаһы (Radiative zone)
- Был зонала яҡтылыҡ һәм йылылыҡ барлыҡҡа килә лә өҫкә урлылып сыға. Был зоналағы газ бик тығыҙ, бүленеп сыҡҡан яҡтылыҡты һәм йылылыҡты бер нисә тапҡыр сағылдырып, оҙон юлдар үткәреп кенә өҫкә сығара.
- Конвекция зонаһы (Convection zone)
- Конвекция зонаһында тығыҙлығы түбәнерәк булған йылы газдар өҫкә күтәрелә, йылылығын космосҡа таратып, һыуынған газдарҙың тығыҙлығы арта, ауырыуған газдар түбән төшә. Конвекция зонаһында шундай газ ағымдары барлыҡҡа килә.
Ҡояшта ла таптар бар
үҙгәртергәҠояш өҫлөгөндәге ҡараңғы урындарҙы Ҡояш таптары тип атайҙар (Sunspots). Ҡояш өҫлөгөндә был урындар һалҡыныраҡ, шуға ҡараңғыраҡ булып күренә. Һалҡыныраҡ булһа ла, температура 4000 °C (7000 °F)тирәһе. Ҡояш таптары магнит ҡыры үҙгәреүҙән барлыҡҡа килә. Магнит ҡырында конвекция процессы туҡтала һәм һыуына. Был урындар ҡарараҡ булып күренә. Ҡояш өҫтөндә таптар төркөм булып барлыҡҡа килә һәм Ҡояш менән әйләнеп йөрөй.
Таптарҙың әйләнеү циклы яҡынса 11 йыл.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- NASA. The Chromosphere — [1]
- Col, Jeananda. Enchanted Learning/Zoom Astronomy [2] 1998–2005
- Usborne Internet-Linked Science Encyclopedia, Usborne Publishing Ltd. ISBN 0794503314[3]
- Dickinson, Terrence. The Universe and Beyond. Firefly Books ISBN 1552093611