- Алатауҙа алып ҡалҡаны.
- Алып батыр килгән, ҡалҡанын түргә элгән.
- Өй башында һары май.
- Эҫе майлы тәрилкә.
- Өйөм башы оло икмәк.
- Ҡыҙыл һыйыр тау ялай.
- Тау башында алтын тәңкә ялтырай.
- Тау башында әүен яна, ҡараһам, күҙемдең яуын ала.
- Мейес төбөндә бер ҡалас.
- Балтаһыҙ, ҡулһыҙ боҙ вата.
- Аллы-гөллө ал сәскә, тирә-яғы мунсаҡлы.
- Урмандан сығар, ҡойроҡ осо сып-сыбар.
- Урман аша шеш тимер.
- Иртән ҡаҙай һөңгөһөн, кисен ҡаҙай һөңгөһөн, ҡарап йөрөй көндөҙөн.
- Килә, килә, көлә килә, бар йылыһын бирә килә.
- Егет егетлеген итә — йылмайып, боҙ иретә.
- Алтын эйәр — ҡашы, ал тирмән — ташы, йөҙ егерме йыл йәшәй уны белгән кеше.
- Донъя биҙәр йәм бит ул,
Һүнмәй торған шәм бит ул.
- Алыҫ булһа ла үҙе, балҡып нурлана йөҙө.
- Иртән килә, кис ҡайта.
- Иртән менә, кис төшә.
- Менгән һайын асыла бара,
Төшкән һайын йомола бара.
- Күктә кәбән яна.
- Тау артынан ут сыҡҡан.
- Тау башында ут яна.