Ҡуликмәк — сөсө ҡамырҙан бешерелгән икмәк.

Ингредиенттар

үҙгәртергә
  • Аҡ он
  • Эремсек һыуы йәки кефир (ҡаймаҡ һыуын, йәғни май эшләгәндә сыҡҡан айранды ҡулланырға ла мөмкин)
  • Сода
  • Тоҙ
  • Май (аҡ май, маргарин, үҫемлек майы)

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Кефир, сода, тоҙ, майҙы ҡушып туҡығандан һуң, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫыла. Табаның ҙурлығына самалап ҡамырҙан 2-3 см ҡалынлығында йәймә эшләйҙәр. Ҡыҙыу мейестә йәки духовкала 30 минут тирәһендә бешереп алалар.