Ҡурай еләге (йомаҡтар)
- Еҙ уймаҡтың эсендә
Ҡанлы бармаҡ ултыра. - Ҡыҙыл битле ҡыҙ баҫҡан,
Ҡыҫып алһаң — ҡан ҡоҫҡан. - Оҙон ҡурай үләндәр,
Ҡыҙыл алҡа элгәндәр. - Тәме тәмле,
Алһыу тәнле,
Үҙе йәмле. - Әй, ҡан тамды, ҡан тамды,
Ҡан тигәнем бал булды. - Барса ерен ҡан алыптыр — ҡаны юҡ
Үҙе берҙер — балаларының һаны юҡ. - Бәләкәй генә ҡапсыҡ,
Ҡапсыҡ эсендә ҡыҙыл битле ҡарсыҡ - Ҡыҙыл битле ҡарсыҡ,
Ауыҙы бар, теше юҡ,
Уны һөймәҫ кеше юҡ.