- Ҡырҙа үҫкән бер бала,
Өйгә килеп моң һала.
- Ҡырлы-ҡырлы йор бала,
Йөрәгеңә моң һала.
- Аяғы алаптай,
Кәүҙәһе таяҡтай,
Ҡорһағы көбәктәй,
Башы табаҡтай.
- Аяғын-башын киҫтем,
Ҡорһағын биш ерҙән тиштем.
Эсенә өрҙөм,
Моңланғанын күрҙем.
- Ауыҙы бар, һүҙе юҡ,
Тауышы бар — теле юҡ.
- Еҙ ҡамсы илата,
Төрлө көйҙө көйләтә,
Ҡош теле менән һөйләтә.
- Йәнле йәнһеҙҙе көйләтеп,
Халыҡты илата.
- Йәнле йәнһеҙҙе көйләтә,
Тыңлағанды илата.
- Аяғын-башын киҫтем,
Ҡорһағын тиштем.
Эсенә өрҙөм —
Моңайғанын күрҙем.
- Таҡыя башын тарбайтып,
Үҙе урманда үҫә.
Елкендереп күңелде,
Йәшен-ҡартын бейетә.
Наҙлы моңло был ҡорал
Ниндәй исем йөрөтә?"