Ҡурмас
Ҡурмас — тын игендән әҙерләнә торған аҙыҡ. Ниндәй шарттарҙа ла боҙолмай. Башҡорттар, ғәҙәттә, уны оҙойлы юлға ала торған булған.
Ингредиенттар
үҙгәртергәӘҙерләү ысулы
үҙгәртергәҒәҙәттә, бойҙай бөртөктәренән әҙерләнә. Тәүҙә бойҙайҙы ҡыҙҙырып, ҡурмас эшләп алалар. Ҡурмасты табала йәки йәйпәк ҡаҙанда ҡыҙҙыралар. Өс-дүрт ус бойҙай һалып, ағас ҡалаҡ менән болғап торорға кәрәк. Бөртөктәр ҡыҙарғас, тешләп ҡарайҙар. Кетерләп, сыртлап ыуалып торһа, ҡурмас өлгөргән була. Дөрөҫ әҙерләнгән ҡурмас хуш еҫле һәм бик тәмле була.