Ҡурғашлы ауылы топонимдары

Тыуған ауылым топонимдары район конкурсына

Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Кешегә иң гәзизе – туған әсә, иң ҡәҙерлеһе – тыуған тупраҡ, иң татлыһы - тәү эскән һыуың, ин йылыһы – һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме – тыуған өйөң, иң йәмлеһе – тыуған тәбиғәтең.

Шуны тойоп үҫкән кешенең күңел ҡото бар. Шуларҙы ҡәҙерләғән кеше бүтән әсәләрҙең ғәзизлеген, оло һыуҙарҙың татын, ҙур уттарҙың ҡайнарлығын, яҡты донъяның ҡәҙерен, Тыуған ил тойғоһоноң ололоғон нығыраҡ белер. Ошо йәһәттән был тема бик актуаль һәм һәр кем дә, тыуған еренең ер-һыу атамаларын да белергә тейештер тип уйлайым. Ер-һыу атамалары фәнни телдә топонимика тип атала.

Эшемдең тикшереү объекты. Ҡурғашлы ауылы топонимикаһын ололарҙан һорашыу, йыйыу, өйрәнеү, барлыҡҡа килеү үҙенсәлектәрен тикшереү.

Тикшеренеү эшенең маҡсаты. Ҡурғашлы ауылы топонимикаһын өйрәнеүҙе маҡсат итеп алдым. Ауылда әле лә тау, соҡор исемдәре өйрәнелеп бөтөлмәгән кимәлдә, быларҙы өйрәнеүҙең әһәмиәте ҙур, эштәр дауам ителәсәк.

Минең килен булып төшкән ауылым Ҡурғашлы. Ул Ҡурғашлы йылғаһының буйында урынлашҡан. Уны бер яҡтан Төбарҡа, йылға аша Еләктүбә, Елдарҡа тауҙары уратып алған. Ҡурғашлы йылғаһы Ағиҙелгә ҡоя.

Ҡурғашлы ауылы бик күп ололарҙың иҫтәрендә райондың иң матур ауылдарының береһе тип ҡалған, сөнки ул районыбыҙҙың ҡап уртаһында урынлашҡан. Йәшел сиҙәм менән ҡапланған урмандар, ағастар араһында ултырған йыйнаҡ өйҙәр, Ҡурғашлы йылғаһы буйында ап – аҡ сәскәгә төрөнгән муйылдар, аллы – гөллө сәскәгә күмелгән урман ситтәре, тау биттәре ауылды йәмләндергән.

Шулай уҡ ауылыбыҙҙа Мәҙәниәт йортонда һәм “Нур” мәсетендә фәһемле, күркәм, матур саралар үтә. Мәсеткә балалар ҙа, ҡарттар ҙа баралар. Төрлө конкурстар ойошторола. Ауылым Маҡтаулы исем, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһынын почет грамоталары алған уҡытыусылар, герой-әсәләр,тыл һәм хеҙмәт ветерандары, Рәсәйҙең почетлы донорҙары, Чернобыл, Чечня, Афғанстан ветерандары менән дан тота. Ауылыбыҙҙың кешеләре лә бик уңған, татыу, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора.

Ҡурғашлы ауылының тарихы

үҙгәртергә

Райондың иң матур ауылдарының береһе булған Ҡурғашлы ауылы 1953 йылда МТС базаһында барлыҡҡа килгән. Әле ауыл урынлашҡан ерҙә урман булған. Ололар унда ҡор, ҡуян күп була торғайны, оло урамдың һул яғы, еләклек, сейәлек ине тип хәтерләйҙәр. Йәшел сиҙәм менән ҡапланған урмандар, ағастар араһында ултырған йыйнаҡ өйҙәр, Ҡурғашлы йылғаһы буйында ап – аҡ сәскәгә төрөнгән муйылдар, аллы – гөллө сәскәгә күмелгән урман ситтәре, тау биттәре ауылды йәмләндергән. Ҡурғашлы ауылы иң беренсе, ололарҙың хәтерләүҙәренсә, Һаҡау туғайында төҙөлә башлай.

Ауылға исем һайлау ҙа ыңғай ғына килеп сыҡмай. Юлсурин Азат Солтангәрәй улы эшләгәндә поселокты “Заря” тип атайҙар. Унан һуң Баймаҡ районынан килгән Ишбирҙин Сәғит ауылдың исемен БАССР Верховный Советында “Октябрьский” тип раҫлаттырып ҡайта. Ауыл халҡы был 2 исемгә риза булмайҙар. Борондан башҡорттар ауылға үҙҙәре һыулаған йылғаның исемен биргәндәр тип, “Ҡурғашлы” исемен һайлағандар.

1947 йылдың февралендә партия үҙәк комитетының “Ауыл хужалығын артабан үҫтереү буйынса кисектергеһеҙ саралар” тигән ҡарар ҡабул ителә. Уға ярашлы колхоз һәм совхоздарҙың материаль – техник базаһын нығытыу, бының өсөн яңы МТС – тар, ауыл хужалығы техникаһын күпләп етештереү һәм иң мөһиме – ауыл хужалығын күтәреүҙә туранан – тура ҡатнашырлыҡ кадрҙар әҙерләү планлаштырыла. Быға тиклем Бөрйән районының үҙ МТС-ы булмай, уны тиҙләп ойоштороу мөмкинлеге лә юҡ ине. Республика етәкселәре ҡарары менән 1948 йылда беҙҙең районға Петровский МТС-нан (элекке Маҡар районы) үҙ тракторҙары менән бер бригада механизаторҙар эшкә ебәрелә. 1949 йылда ул Петровскиҙағы МТС – тың филиалы булалаҡ эшләй, ә 1950 – 51 йылдарҙа Сәрмән МТС – ның филиалына әүерелә. Улар буласаҡ Бөрйән МТС-ның нигеҙен тәшкил итергә тейеш булалар. Тәүгеләр булып А. Доронин (механик) , Конторшиков, Алексеев һ.б. киләләр. Бригада контораһын ваҡытлыса Байназар 2 – се һанлы балалар йортоноң бер бинаһына (хәҙерге участка дауаханаһы ултырған ер), ә базаһын Байназар урта мәктәбенең хәҙерге йәшелсә баҡсаһының үрге осона урынлаштырып, гараж һәм бәләкәй генә склад төҙөйҙәр. 1952 йылдың 14 февралендә БАССР Ауыл хужалығы министрлығының 99 – сы һанлы приказы нигеҙендә, юғары әйтелгән ике МТС базаһында Бөрйән МТС-ын ойошторолоу ҡарала, МТС-тың директоры итеп Тулыбаев Йәүҙәт Сәҙрислам улы тәғәйенләнә. МТС буйынса 16 февралдә яҙылған 1- се һанлы приказда Йәүҙәт Тулыбаев үҙ вазифаһында эш башлауы, баш инженер итеп Серафим Иванович Федоровтың, техничка итеп Сәхибә Рәхмәтулла ҡыҙы Сәғәҙиева эшкә ҡабул ителеүе тураһында әйтелә. 15 марттан директорҙың политбүлек быйынса урынбаҫары итеп Йосоп Минһаж улы Мөхәмәтйәнов, мастерской мөдире Мәхмүт Ризван улы Нагаев, механик Алексей Абрамович Дорониндар тәғәйенләнә. Март – апрель айҙарында МТС хеҙмәткәрҙәре урындағы халыҡ иҫәбенә тулыландырыла. Сәхей Салауатов - завхоз, Муса Хисмәтуллин – участка агрономы, Ағзам Байназаров – ҡарауылсы. Мәхәммәт Хисмәтуллин – нефтебаза мөдире, Самат Сәғитов – баш бухгалтер, Зиннур Хисмәтуллин экономист итеп тәғәйенләнәләр. Артабан шоферҙар, комбайнерҙар, трактористар йыйнала. Әбделғәни Мөхәмәтйәнов, Динислам Ғәзин, Ишморат Салауатов, Мортаза Маликов, Хөрмәт Әҙелбаев, Ғәлимйән Ғафаров һ.б. эш башлайҙар. * Республика етәкселеге лә МТС-ҡа һәр яҡлап, шул иҫәптә тәжрибәле механизаторҙар ебәреү менән ярҙам итә. Белорет заводтарынан, Сермән МТС-нан партия саҡырыуы буйынса эшкә киләләр. Улар араһында Тәлғәт Жданов та була. “1953 йылдың октябрь айында, - тип хәтерләй ул, - ... мине партияның ҡала комитетына саҡырып алып, сиҙәм күтәрергә тәҡдим иттеләр... Мин иң башта МТС директоры Тулыбаев менән һөйләштем. Ул ғаиләмде күсереү өсөн Белоретҡа машина ебәрҙе... Юлдар насар булыу сәбәпле, Белореттан Байназарға тиклем өс көн барҙыҡ... Миңә сиге күренмәгән урмандар, саф һауа бик оҡшаны. Ҡурғашлы ауылына барҙыҡ. МТС – тың үҙәге шунда була тинеләр. Беҙ барғанда ул ауылда ни бары дүрт кенә өй бар ине”.*

Ысынлап та, 1953 йылда Байназар менән Нәби ауылдары араһында Ҡурғашлы йылғаһы буйында Имес туғайы тигән ерҙә Бөрйән МТС-ының буласаҡ базаһы: мастерской бинаһы, контора, складтар, квартиралар, ваҡытлыса ашхана төҙөлә башлай. Төҙөлөш барышы тураһында Т. Жданов иҫтәлектәренән: “Нигеҙ өсөн Ҡурғашлы ауылынан үрҙәрәк ҡаянан таш аҡтарҙыҡ. Уны буласаҡ МТМ урынына трактор менән Талха, Ғизетдин, Ғәйнетдин Алтынбаевтар ташыны. Шул таштарҙан нигеҙ һалып бөтөүгә май айында Белореттан төҙөлөш бригадаһы килеп, бинаны төҙөп, көҙгә тапшырып та ҡуйҙы”*. МТС асылғанда , уның техникаһы бик аҙ була: кәрәсин менән әшләүсе 6 трактор, 4 “СК-4” комбайны, 3 –“ Газ-51” автомашинаһы һәм 2 бензовозы була. 1955 йылда пекарня асыла, унда Мырҙағолов Шәһит бабай эшләй. МТМ менән бер рәттән 3 квартира ла төҙөлә, ул баш белгестәр өсөн була. МТС – та эшләүселәр Байназар, Нәби ауылдарының кешеләре була.

Ойошманың тәүге контораһы ролен Мостафин Фәтхулла бабай өй һалған ерҙә төҙөлгән аласыҡ үтәй. Унан ихласлап контора, магазин, ашхана, квартиралар төҙөй башлайҙар. 1954 йылда Бөрйән лесхозының Ағиҙел буйы лесничество контораһы һәм 2 квартираһы ла һалына. Байназар һәм Нәби араһындағы юл МТМ – ның аръяғынан һәм күпер аҫтындағы кисеүҙән үтә. Тәүҙә ауылда тик квартиралар була, аҙаҡтан кешеләр үҙҙәре лә өй һалып сыға башлайҙар. 60-сы йылдарҙа үҙҙәренең өйөн һалып сығыусылар: М.Ф.Нагаев, Шәмиғолов Муса, Моратшин Ғәли, Мостафин Фәтҡулла, Мөфтәхетдинов Шәрәфетдин, Төлкөбаев Кәлимуллалар була.

50 – се йылдар урталарына МТС үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы тулыһынса үтәй башланы. Хеҙмәт алдынғыларыла үҫеп сыға. Улар районда ғына түгел, республика күләмендә танылыу ала. 1954 йылғы күрһәткестәр буйынса Ғайфулла Ибәтуллин һәм Муса Шәмиғоловтар Өфөлә республиканың алдынғы комбайнерҙары кәңәшмәһендә ҡатнашып, ҡиммәтле бүләктәр алалар. Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙәге фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн бер төркөм механизаторҙар миҙалға лайыҡ булалар. Улар арһында Абдулла һәм Ғилман Алтыншиндар, Әхмәҙи Бейембәтов, Хөрмәтулла Әҙелбаев, Мөхтәр Ибраһимов, Зәки Иҫәнбаев, Сәйфулла Мырҙабаев, Хәмзә Мырҙағолов, Әбделхай Мәхмүтов, Юлай Маликов, Нәбиулла Хәлитов, Булат Юлмөхәмәтов һ.б. була.

МТС-тың бик күп хеҙмәткәрҙәре юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды:

  • Алтынбаев Ғәйнитдин Ғибат улы — Почет бидәһе ордены һәм бик күп миҙалдар кавалеры, механизатор.
  • Алтыншин Абдулла — Почет билдәһе ордены кавалеры, механизатор.
  • Исламғолов Рәис Ғәлиәхмәт улы — Башҡортостандын атҡаҙанған механизаторы.
  • Иҫәнбаев Зәки — Хеҙмәт ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры.
  • Ҡарағолов Хәсән Һаҙый улы- Башҡортостандын атҡаҙанған механизаторы.
  • Маликов Мортаза - Башҡортостандын атҡаҙанған механизаторы, Хеҙмәт ҡыҙыл байраҡ ордены * кавалеры,.ап алыусы механизатор.
  • Сатвалов Мөжәүир Мөхәррәм улы - Башҡортостандын атҡаҙанған механизаторы.
  • Хөбитдинов Султан Хөбитдин улы — Хеҙмәт батырлығы миҙалы кавалеры, 25 йыл алмаштырғыһыҙ МТМ мөдире булып эшләгән.
  • Шәмиғолов Муса Әхмәт улы — Почет билдәһе ордены кавалеры, райондын тәүге комбайнеры.

МТС-та күп кешеләр эшләп китә. Оҙаҡ йылдар Бөрйән партия район комитетының 1-се секретары булып эшләгән Р.Ф. Аллаяров та хеҙмәт юлын ошонда механик булып башлай. Й. С. Тулыбаев, Ә. У. Усманов, Р. Ф. Аллаяров, В. И. Потапов, В. Ю. Юлъяҡшин, Р. Н. Фатыхов, М. Н. Фәтҡуллин, М. О. Йәримов, Ф. Л. Ишбулатов, Ә. Х. Буранов, Ә. С. Хәлиуллин, С. Ғ. Ишбулатов, И. Н. Исмәғилев, Ф. М. Хисмәтуллиндар МТС, РТС, РТП директорҙары булып эшләнеләр. С. И. Федоров, Р. Ф. Аллаяров, В. И. Потапов, М. С. Маликов, В. Й. Кинйәкәев, А. Ғ. Ишбулатов, Р. Ғ. Ҡотлобаев һ.б. баш инженер вазифаһын башҡарҙылар.

Иң оҙаҡ йылдар эсендә МТМ мөдире булып эшләүселәр П. А. Батраков, С. Х. Хөбетдинова, Ә. Х. Хәйбуллиндар техниканың төҙөклөгөн һәр ваҡыт тәьмин итеп торҙолар. М. Й. Мөхәмәтйәнов, А. С. Юлчурин, Ғ. Т. Хоҙайбирҙин, Ә. Ғ. Исмаковтар партия ойошмаһы менән оҫта етәкселек итте.

МТС 1959 йылдан, колхоздарға техника һатыу башланғас, ремонт менән шөғөлләнеүсе ремонт – техник станция (РТС) булып ҡала. 1960 йылдарҙа Ҡурғашлы радиоузеле була, уны Байназарға күсергәс, был йортта башланғыс мәктәп асыла, уҡытыу русса алып барыла, сөнки уҡытыусы булып В.И. Потаповтың ҡатыны Мария Максимовна Потапова эшләй. Ҡурғашлыла ул йылдарҙа һәм хәҙер ҙә бер нисә милләт кешеләре татыу йәшәй һәм эшләй. Ойошмала бик күп эш урындары булдырыла: икмәк бешереү, тегеү, быйма баҫыу цехтары, ашхана, клуб (кино күрһәтелә), китапхана, медпункт, лесхоз, СПТУ, ХТП, приют, балалар баҡсаһы һ.б. РТС-тын артабан да исемдәре үҙгәреп тора: “Сельхозтехника”, “Роскомсельхозтехника”, ремонт – техник предприятие (РТП), 1980 йылда “Сельхозтехника” нан техникаһы менән “Сельхозхимия” айырылып сыға. Һуңынан Агроснаб, ПМК -5, Электросеть, АТП төҙөлә. Илдәге үҙгәрештәр Ҡурғашлыны ла ситләтеп үтмәне: 1994 йылдың аҙағында Агроснаб һәм Сельхозхимия кире РТП-ға ҡушылды, һунынан ул да бөтөрөлдө, бөгөн элекке РТП -нын территорияһында шәхси эшҡыуар Кәшәф Шәрипов һәм СельПромРесурс ойошмалары эшләп килә. Ваҡытында гөрләп эшләп торған, күпме кешегә эш урыны булдырылған ойошмаларҙын бөгөн береһе лә юҡ, бик ҡыҙғаныс, әлбиттә.

МТС менән бергә Ҡурғашлы ауылы ла үҫте: бөгөн бөтәһе 113 хужалыҡ (413 кеше йәшәй), 2 магазин, балалар баҡсаһы, башланғыс мәктәп - балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто бар. Ауыл тарихында беренсе булып 1990 йылдың 14 декабрендә тулы булмаған урта мәктәп асылды.

Ҡурғашлы йылғаһы

үҙгәртергә

Ҡурғашлы йылғаһы – исемен ике төрлө аңлаталар:

  1. “Йылғаның башында ҡурғаш бар, тиҙәр , шуның өсөн аталған. Ауылға геологтар килә. Ҡарт геолог Моталовтан лекция һөйләтәләр һәм шунда йылғаның ни өсөн шулай аталыуын һорайҙар. Ул ҡулындағы ике таштың береһен сүкеш менән онтай, унан бармаҡ башы хәтлем ҡурғаш килеп сыға”, - тип һөйләй Мөфтәхетдинов Шәрәфетдин бабай.
  2. Муса бабай Шәмиғолов икенсе төрлөрәк аңлата: “Башҡорттар алтын сыҡҡан урындарҙы бер ваҡытта ла “алтын” һүҙе менән атамағандар, ә Ҡурғашлының башында “Ҡалмаҡай” тигән ерҙә 1930-сы йылдарҙа алтын йыуып йөрөгәндәр”.

Һаҡау туғайы

үҙгәртергә

Ҡурғашлы буйында урам урынлашҡан туғай “Һаҡау” туғайы тип атала. Бында иң тәүҙә һаҡау, һөйләшә алмаған бабай килеп йәшәй башлаған тип тә әйтәләр.

Шәмәр тауы

үҙгәртергә

Элекке оло юлға таш мороно менән сығып торған Байназар һәм Ҡурғашлы ауылдары араһындағы тау “Шәмәр” тауы тип атала. Был тауҙа үҫкән ағастар ҡышын буран , йәйен ямғыр булыр булһа геүләй башлайҙар; тимәк, көндөң шәмәреүен (илаҡлауын) хәбәр итәләр, шуға “Шәмәр” тип атала, тиҙәр.

Һаҡау туғайынан һуң яланлы тау битләуе “Ялануй” тип йөрөтөлә, был ерҙән ике үҙән сығып китә. Үҙе ялан, үҙе үҙәк башланған ер булғанға, ошо исем менән атала.

Еләктүбә тауы

үҙгәртергә

Яланөйҙән Еләктүбә тауы башлана. Бында инде еләк күп булған. Хәҙер ҙә, еләк бешкән саҡта, тауҙағы юлдан үткәндә, еләктең хуш еҫтәренә башың әйләнер.

Елдарҡа тауы

үҙгәртергә

Унан Бөрйәнгә киткән юл үтә. Битләүендә Ҡурғашлының төп урамы урынлашҡан. Был тауҙың исемен ике төрлө аңлаталар:

  1. 1. Байназаров Мөхәмәҙиә һәм Мөфтәхетдинов Шәрәфетдин бабайҙар тау башында ныҡ ел булһа, йәйге эҫе көндәрҙй аттар себен – серәкәҙән ҡасып, ошо тау башына менәләр, шуға “Елле арҡа” (“ел” һүҙенән тип аталған, тиҙәр).
  2. Шәмиғолов Муса бабай һөйләүенсә, тау оҙон, артылаһаң да артылаһың, шуға “Елдарҡа” (оҙон, ҙур, елле) тип атала.

Имес туғайы

үҙгәртергә

Был туғай исеме Имес араһы кешеләре менән бәйле. Ҡурғашлының ҡарттары аңлатыуынса, был ер аратауҙарҙыҡы булған. Уларҙы аҡтар ҡыҫырыҡлағас, икенсе ергә күсергә мәжбүр булалар. Байназар ололары был туғайҙа күл яғында Имес араһы кешеләре йәшәгән, уларҙы көслөрәк ара кешеләре ҡыҫырыҡлағас, бер нисә ғаилә Байназарҙа ҡалған, күбеһе Аратауға киткән, тип һөйләй. Туғайҙы “Имес төбө” тип тә йөрөтәләр.

Төбарҡа тауы

үҙгәртергә

Имес туғайының артындағы һуҙылып ятҡан тауҙы шулай атағандар. Ул тау һуҙылып арҡаға оҡшап торғанға шулай тигән халыҡ. Ауылды был тау көслө елдән һаҡлап тора

Бирелекүл шишмәһе

үҙгәртергә

Имес туғайының төнъяҡ көнбайышында, Елдарҡаның имән, йүкә, ҡайын, ҡарағай менән ҡапланған битләүенең аҫтынан, эре-эре таштар араһынан терегөмөштәй һыулы кескәй генә шишмә сылтырап ағып сыға ла, күп тә бармай, һаҙлыҡҡа ҡоя. Һаҙлыҡ тигәнен ҡарағусҡыл олонло ҡайындар, бөҙрә талдар, иркенлектә түшен киргән еректәр, һәр көҙөн ҡыҙыл мәрйендәй емештәрен өлгөрткән боландар, телеңде йоторлоҡ һутлы емештәре менән кешеләрҙе туйындырған ҡарағат һәм гөлйемештәр төйәк иткән булған. Яҙын, күп һыуҙар даръяға әйләнгән саҡта, был күл һаҙлыҡ булып китә. Ағастар, әйтерһен дә, унын эсендә йөҙөп йөрөй башлай, һуңғараҡ күл сәскә атҡандай тойола.

Йомғаҡлау

үҙгәртергә

Шулай итеп, башҡорт топонимдарының тамырҙары тарих һәм мең йыллыҡтар төпкөлөнә барып тоташа. Ысынлап та, топонимияның ижадсыһы – халыҡ, ә уның сығанағы – халыҡтың үҙ ерендәге тормошо, хеҙмәте, ижады, тәбиғәтте танып белеү һәм үҙләштереү ҡеүәһе, уй-фекер һәм хыял донъяһы, заманалар аша үткән көндәлек эшмәкәрлеге, тарихи яҙмыш юлдары. Әйтергә кәрәк, топонимика фольклорға яҡын тора. Тик фольклорҙан айырмалы рәүештә, топонимиканың үҙенә генә хас үҙенсәлектәре бар. Эшемдең нигеҙе булып – топонимдар, уларҙы өйрәнеү торҙо. Топонимия, һәр бер ауылдың географик үҙенсәлектәре, унда йәшәүсе халыҡ һәм уның теле, тарихы, рухи культураһы ул. Бәлки топонимияның бер ҡасан да сиселеп бөтмәҫ серҙәре барҙыр. Ләкин һәр серҙе сискән һайын, ул нигеҙле булырға тейеш икәнен күрҙек.

Ер-һыу атамаларын белеү, өйрәнеү, тыуған ергә ҡыҙыҡһыныусан һәм ихтирамлы булыу, минеңсә, һәр кемдең бурысы булып тора. Бигерәк тә башҡорт мөхитендә тыуып үҫмәгән, башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен белеп етмәгән балалар өсөн үҙенсәлекле һәм файҙалы материал. Шулай итеп, беҙҙең төп бурысыбыҙ- ер-һыу, ауыл-ҡала, ҡасаба исем-атамаларын тергеҙеү, булғандарын һаҡлап, ҡурсалап алып ҡалыу.

Мин ауылым менән сикһеҙ ғорурланам. Уның үткәне, өмөттәр тулы бөгөнгөһө, яҡты киләсәге хаҡында йыш ҡына уйлайым. Үҙ илеңдә, ғәзиз тыуған яғыңда йәшәү үҙе бер бәхет икән. Мин тыуған ауылымды яратам. Тыуған иле булған кеше мең бәхетле. Ҡурғашлы ауылының ер-һыу атамаларын, ауыл, йылға-күл, тау-таш, соҡор, һаҙлыҡ, ҡая, ялан, бесәнлектәр атамаларын тағы ла өйрәнәсәкмен әле. (Был эшемдә Р.З. Шәкүров, А. Камалов, Ф. Камаловаларҙың хеҙмәттәренә, ауылымдың хаҡлы ялдағы уҡытыусы Мерәҫова Рәсимә Сәфәрғәле ҡыҙы материалдарына таянылды. Шулай уҡ «Ағиҙел», «Ватандаш», «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналдары, файҙаланылды. Ололар менән әңгәмәләшеү ҙә оло әһәмиәткә эйә булды.) Башҡарҙы:Ҡурғашлы башланғыс мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Аскарова Фәһимә Сәғит ҡыҙы. 2022 йыл