Ҡуян (йомаҡтар)
Ҡуян эҙе
- Кәкре ҡайын аҫтында
Хандың ҡыҙы юл һалған.
- Талғыр һыйырым тал сәйнәй
Тал төбөндә бөксәңләй. - Сал тәкәлә мөгөҙ юҡ.
- Урмандан сығыр,
Ялан буйлап сабыр. - Йылына ике тапҡыр тунын алмаштыра
- Кәкре ҡайын аҫтында
Ураҙбикә бөксәңләй . - Йөнө йомшаҡ, үҙе ҡурҡаҡ.
- Йәйен һоро, ҡышын аҡ,
Уға шулай яҡшыраҡ . - Бәләкәс кенә Батыш,
Ҡайын аҫтында ятыш.
Шарт итте, ялт итте,
Шырлыҡҡа инеп юҡ булды. - Әйтәйем бер йомаҡ:
Йәйен һоро, ҡышын аҡ.
Ҡыҫҡа ҡойроҡ, ҙур ҡолаҡ. - Әлеге лә баяғы,
Бар ине пар аяғы.
Үҙе ҡурҡаҡ, һаҡ була,
Ҡыш мәлендә аҡ була. - Бер атым бар — мәңге,
Ҡолаҡтары шәңге.
Баҙарға илтеп һаттым иһә,
Давайлайһың динге. - Ботаҡ аҫтында монтоҡ,
Ҡойроғо сонтоҡ. - Ҡыуылдым-ҡыуылдым,
Ҡырға килеп быуылдым.