Ҡуҙғалаҡтан йәшел борщ
Яҡындарығыҙҙы витаминдарға, төрлө минералдарға һәм эфир майҙарына бай булған туҡлыҡлы һәм файҙалы аш менән һөйөндөрөргә теләйһегеҙме, улайһа рәхим итегеҙ, ҡуҙғалаҡтан йәшел борщ.
Ингредиенттары (8 кешегә иҫәпләп)
үҙгәртергә- Ярты кило самаһы һөйәкле ит
- 400 г самаһы картуф
- 1 дана кишер
- 5 йомортҡа
- Ҙур бәйләм ҡуҙғалаҡ
- 1 бәйләм йәшел укроп
- 1 бәйләм йәшел петрушка
- 1 бәйләм һарымһаҡ япраҡтары
- Тәменсә йәшел һуған
- Тәменсә тоҙ
- Лавр япрағы
- 3 л һыу
Әҙерләү
үҙгәртергәКәстрүлгә 3 л самаһы һыу ҡоябыҙ, итте йыуып һалабыҙ ҙа утҡа ҡуябыҙ. Ит ҡайнап сыҡҡас, утын кәметеп, сәғәт ярым самаһы бешерәбеҙ. Бешеп сыҡҡас, итен алабыҙ, һурпаһын һөҙәбеҙ.
Һурпаға әрсеп, шаҡмаҡлап туралған картуфты һалып бешерергә ҡуябыҙ.
Һурпаға самалап тоҙ һалабыҙ һәм картуфты йомшарғансы бешерәбеҙ.
Ул арала кишерҙе ваҡ ҡына итеп турап ашҡа өҫтәп ебәрәбеҙ.
Итте һөйәгенән айырып алып, шаҡмаҡлап турайбыҙ.
Йәшел тәмләткестәрҙе ваҡ ҡына, ә ҡуҙғалаҡты саҡ ҡына эрерәк итеп турайбыҙ.
Йоморолай көйө ҡаты итеп бешерелгән йомортҡаны түңәрәкләп ҡырҡырға.
Ашҡа итте һалып ҡайнатып сығарырға һәм 3 минут самаһы талғын ғына утта тоторға.
Ҡайнап торған һурпаға йәшел тәмләткестәрҙе, ҡуҙғалаҡты, лавр япрағын һәм йомортҡаны өҫтәргә һәм утты һүндереп, кәстрүлдең ҡапҡасын ябырға һәм тағы 5 минут томалап ултыртып алырға.
Тәмле генә түгел, файҙалы ла йәшел аш әҙер. Табынға бирергә генә ҡала.
Аҙыҡ та, дауа ла
үҙгәртергә- Ҡуҙғалаҡ С һәм К витаминдарына бай (иммунитетты, капиллярҙарҙы нығыта, зәнгенән һаҡлай).
- Витамин В9, йәки фолий кислотаһына бай(анемияны иҫкәртә)
- Аш һеңдереүҙе еңеләйтә, эстәге шеш һәм яраларҙы дауалай. Ағыуҙарҙы йоғошһоҙландыра, аллергиянан һаҡлай. Ашҡаҙандың, бауырҙың эшен яҡшырта.