Ҡылыс (йомаҡтар)
- Өйҙә тора, сәйҙә тора,
Алһаң — ялтырай,
Таҡһаң — шалтырай. - Биле ҡайҡы, үҙе үткер.
- Бейҙе бей иткән бөк(ө)рө бил.
- Дуға тиһәң — ағас түгел,
Ураҡ тиһәң — тимер түгел,
Айға оҡшаш, йәнгә хас. - Ҡара бейәм ҡылт итә,
Ҡабырғаһы ялт итә. - Көндөҙ буйҙа,Кис өйҙә,
Алһаң — ялтырай
Таҡһаң — шалтырай - Ялтыр башым, ялтырама,
Яныма алам, ҡалтырама.