Ҡырмыҫҡалы районы Шәрипҡол ауылы тарихы

54°21′48″ с. ш. 56°17′19″ в. д. (G)

Ҡырмыҫҡалы районы Шәрипҡол ауылы тарихы


Минең тыуған ауылым Шәрипҡол Ҡырмыҫҡалы районының башҡорт ауылдарының береһе. Ул Стәрлетамаҡ өйәҙенә ҡараған. Шәрипҡол ауылы Яңы Мырҙа ауылынан күсеп килеүселәр нигеҙләгәндәр. 18 быуат аҙаҡтарында Мырҙа исеме менән ике ауыл булған. 5 – се ревизия (1795 ) мәғлүмәттәре буйынса был ауылдарҙың береһендә 20 йорт, ә икенсеһендә 24 йорт, 115 кеше булған. Икенсе ауыл Яңы йәки Бәләкәй Мырҙа тип аталған. 1816 йылғы 7 – се ревизия мәғлүмәттәре буйынса был ауылда 8 йорт, 42 кеше генә ҡалған.

Яңы Мырҙа ауылынан күсеп килеүселәрҙән Шәрипҡол ауылына нигеҙ һалыуҙары ошо йылдарға тура киләлер. Сурағолов Шәкирйән Сабирйән улы (1930 йылғы) ауылдың барлыҡҡа килеү тарихы тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләгәнен яҙып алған инем: “1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып, ҙур батырлыҡтар күрһәткәне өсөн батша башҡорттарға грамота биргән. Ошо грамота нигеҙендә бер – нисә йорт кешеһе, Мырҙанан айырылып, ошо Шәрипҡол еренә күсеп ултырған. Был урында урман булған, улар урман ботарлап килеп ултырған ”. 1834 йылғы 8 – се ревизия мәлендә Яңы Мырҙа Шәрипҡол исеме менән күрһәтелгән. Был осорҙа ауылда барлығы 8 йорт, 64 кеше булған. 1870 йылда 25 йортта 135 кеше, ә 1905 йылда 164 кеше йәшәгән. Топонимдар һүҙлегендә: “ Шәрипҡол (Шарипкулово) д. в Кармаскалинском районе. От антропонима Шәрипҡол. Другое название Өмөтбай “,- тип күрһәтелгән. 30 – сы йылдарға тиклем ауылдың Өмөтбай тигән икенсе исеме лә киң ҡулланылған булған. “Ауылды нигеҙләүселәр араһында Өмөтбай исемле кеше лә булған. Тәүҙә ауылды Өмөтбай һәм Шәрипҡол исемдәре менән берҙәй атап йөрөткәндәр. Шәрипҡоло бик йылғыр, әүҙем, ҡыйыу булған. Хөкүмәт тарафынан үткәрелгән сираттағы ревизия мәлендә Шәрипҡол ауылды үҙ исеме менән билдәләткән. Ә халыҡ хәтерендә оҙаҡ йылдар буйына уның икенсе исеме лә һаҡланып килгән” (Шәрипҡолов Фаяз Исмәғил улы (1942 йылғы ) һөйләүе буйынса).

Ҡанлыгүл. Рәсәй, Башҡортостан тарихында булып үткән ваҡиғалар Шәрипҡол ауылында урап үтмәгән. Сурағолов Әхәт Шәкирйән улынан ( 1963 йылғы ) яҙып алынған Ҡанлыгүл менән бәйле легенда беҙгә 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышы осоро ваҡиғаларын күҙ алдына килтерергә булышлыҡ итә. “ Мырҙа ауылынан боронғо урынынан ике саҡрым төньяҡ – көнбайышта, Шәрипҡол ауылынан өс саҡрым самаһы көньяҡтараҡ, урынлашҡан булған. Пугачев етәкселегендәге ихтилал ваҡытында баш күтәреүселәрҙең бер төркөм алайы ( отряды ) Мырҙа ауылы эргәһендә хәрби лагерь ҡора. Ауылдан көнсығышта ҡалҡыу урында дүрт кешенең ҡоласы етмәҫлек пар имән үҫкән (улар 1950 йылдарҙа ауған). Шул имәндәр өҫтөнә һәндерә ҡороп, баш күтәреүселәр, тирә - яҡты күҙәтеү нөктәһе ойоштороп, һаҡсылар ҡуйғандар. Өфө яғынан язалау ( каратель ) отряды килгәнен белгәс, Ҡоро Ҡарлыман йылғаһының ун яҡ ярынан нығынып, хөкүмәт ғәскәрен ҡаршы алғандар. Һуғыш бик ҡаты, ҡан ҡойошло булған, Йылғаның ос яғындағы бик тәрән оҙонса күл түгелгән ҡандан ҡып – ҡыҙыл төҫкә ингән. Бына ошо яуҙан һуң күл Ҡанлыкүл тип атала башлаған.

Баш кутәреүселәр сигенергә мәжбүр булалар. Батша һалдаттары, һуғыш яланында ятып ҡалған ҡоралдарҙы йыйып алып, баш күтәреүселәргә ҡабат эләкмәһен тип, күлдең иң тәрән урынына ташлағандар. Яуҙа һәләк булғандарҙы, йылға ярына ҙур соҡор ҡаҙып, шунда ерләгәндәр. Шул урында ат һарайы ине, бер нисә йыл элек ул янды. Ошо ерҙә сәйер күренештәр булыуы, аттарҙың тынысһыҙланыуы, ҡай саҡ ялдарының үрелеп ҡуйылыуы, төрлө тауыштар ишетелеүе тураһында ололарҙың һөйләгәндәрен ишетергә тура килә ине. Ҡанлыкүл буйында үткән быуатта һирәкләп булһа ла ҡорал табылған. 1935 йылда Әбит исемле егет һыу төбөнән ҡылыс алып сыҡҡан. 1974 йылда күл ҡырындағы баҫыуҙан һабы сереп бөткән 60 см оҙонлоғондағы хәнйәр табып алғайным. Ошо баҫыуҙа сөгөлдөр утаған ҡатын – ҡыҙҙар ҙа төрлө ҡоралдар тапҡан булған. Моратов Нәғимдә лә (1959 йылғы ) күл эргәһенән атаһы Имай ағай тапҡан хәнйәр бар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был табыштарға етди иғтибар итеүселәр булмаған, улар юғалып бөткән. Ә Ҡанлыкүл ләм, баҫыуҙан ағып төшкән тупраҡ , сүп түгеү арҡаһында бәләкәй генә.


Гульнара Исхакова