Ҡырмыҫҡа иләүе (йомаҡтар)
- Иләк тулы тарым бар,
Күтәрә алһаң, барын да ал. - Ҡырҙа ҡыҙыл ҡаҙан ҡайнай.
- Ҡара урман уртаһында
Ҡара-ҡыҙыл ҡаҙан ҡайнай. - Ҡайынһарҙа ҡара ҡаҙаным ҡайнай.
- Ите лә юҡ, һыуы ла юҡ,
Ҡаҙаны ҡайнап тора. - Яланда майлы сүлмәгем ҡайнай.
- Яланда Ялбай, майлы сүлмәк ҡайнай.