- Бейек тауға менәләр,
Тоҡтар йөкмәп киләләр.
- Бейек тауға менәләр,
Утын йөкмәп киләләр.
- Йомро башлы ҡәйнә
Йүгереп-йүгереп йөк ташый.
- Бәләкәй генә урыҫ малайы
Йүгерә-йүгерә йөк ташый
- Шау, шау, шау ҡамыш
Шыуҙырышып бара, имеш,
Утыҙ ике йомортҡаһын
Ташлап китеп бара, имеш.
- Йомро башлы, нескә билле.
- Тауға менгәндә таймаҫ,
Ат тояғы тейгәндә үлмәҫ.
- Үҙе бәләкәй булһа ла
Үҙенән ҙур күтәрә.
- Билән-билән билән атым,
Тауға менһә, таймаҫ атым.
- Билән-билән билән ат,
Биле нәҙек көрән ат.
Тауға менһә, таймаҫ ат,
Талаҡ тейһә, үлмәҫ ат.
- Биле нәҙек билән ат,
Барынан да көслө ат.
Тауға менһә, таймаҫ ат,
Арыу-талыу белмәҫ ат,
Ул нимә була?
Уйлап тап.
- Билән-билән билән ат,
Биләнский көрән ат.
- Тауға менһә, таймаҫ ат,
Һыуға төшһә, батмаҫ ат.
- Түше ҡалын, биле нәҙек,
Эҙләгәне — аҙыҡ.
- Ерән атым бик ярһыу:
Бар белгәне — йөк ташыу.
- Үҙе бәләкәй генә булһа ла тау-таш аҡтара.