Ҡырғыҙ айыры. Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы эргәһендәге уба

Ҡырғыҙ айыры

үҙгәртергә

Ғәлиәкбәр ауылы ҡағылышлы ер-һыу атамаларында дөйөм башҡорт халҡының тарихы ла сағылған.Ҡаҙаҡтар борондан-борондан башҡорт еренә барымта менән килгән. Улар араһында һәр ваҡыт һуғыш булып торған. Беҙҙә лә ошо ваҡиғаларҙың өнһөҙ шаһиты бар. Ҡырғыҙ айыры тип атала ул ер. Ҡаҙаҡтар (халыҡ элек уларҙы ҡырғыҙ тип йөрөткән) менән тартҡылаш 18-се быуат баштарына тиклем дауам иткән. Шулай булғас, ауылым боронғо, һәм мин ата-бабаларымдың үҙ ер-һыуын бирмәйенсә тиңһеҙ алышына ғорурланам. Ҡырғыҙ айыры.

Ғәлиәкбәрҙең көньяғында, Егәйен йылғаһы буйында, бер ҡурған бар. Борон ҡыпсаҡ ырыуы менән ҡырғыҙ ырыуы, ошо тирәлә туҡталып, тирмә ҡороп төпләнеп алғандар ҙа мал үрсетеп йәшәй башлағандар. Улар үҙ-ара дошман йәшәгәндәр. Бер ваҡыт ике ырыу араһында һуғыш сыҡҡан. Ҡыпсаҡ ырыуы көслөрәк булып, ҡырғыҙҙарҙы ҡырып һалғандар.Ҡырғыҙҙарҙы күмеү өсөн ер кәрәк булған, ләкин ер ҡыпсаҡтарҙыҡы. Улар ер бирмәгәндәр.

Ҡырғыҙҙар, алыҫтан дөйә менән тупраҡ ташып, яҡташтарын күмеп ҡайтып киткәндәр. Ул урын әле лә бар. Сәфәр утарына киткәндә юлдың һул яғынан ҙур ғына ҡалҡыулыҡ булып күренеп тора. (1998 йылда уҡыусылар яҙып килтерҙе. Был легенданың “Легендалар һәм риүәйәттәр” китабында Сабитов Хәмит Ибраһим улынан яҙып алынған варианты бар).

Ҡыпсаҡ ырыуы көслөрәк булып, ҡырғыҙҙарҙы ҡырып һалғандар.Ҡырғыҙҙарҙы күмеү өсөн ер кәрәк булған, ләкин ер ҡыпсаҡтарҙыҡы. Улар ер бирмәгәндәр.'- Минеңсә, ошо урыны бәхәсле, сөнки Ғәлиәкбәр ауылы урынлашҡан ерҙәр Бөрйән ырыуы ерҙәренә ҡарай. Информанттың хатаһы булырға мөмкин.