- Бабайым килә һағынып,
Аҡ толобон ябынып.
- Бер ҡарт килә ҡағынып,
Ауа-түнә абынып,
Аҡ сәкмәнен ябынып.
- Аҡ бабай, аҡ бабай,
Аҡ туныңды ҡаҡ, бабай.
- Ҡурыштыра, бөрөштөрә,
Ике ҡулды һуғыштыра.
- Донъяла бер аҡ тана,
«Мин көслө», — тип маҡтана.
- Битеңде алландырыр,
Өҫтөңдө ҡарландырыр