1. Бәләкәй генә йорт,
    Эсе тулы ҡорт.
  2. Бер сапсаҡта мең егет.
  3. Бер киҫмәктә мең егет.
  4. Кибет,
    Кибет эсендә йөҙ егерме егет.
  5. Тәҙрәһе юҡ, ишеге юҡ,
    Эсе тулы ваҡ халыҡ.
  6. Алтын-алтын яп(ы)раҡ,
    Ятҡан ере туп(ы)раҡ;
    Алтын менән ҡаплаған,
    Көмөш менән һаплаған.
  7. Ишекһеҙ, тәҙрәһеҙ булған,
    Эсенә кеше тулған.