Ҡыҙыл балыҡ һалынған урама
Мәҡәлә «Башҡортостан ҡыҙы» журналында баҫылған, 2012 й.
Ҡоймаҡ өсөн ярты литр һөт, бер ҡалаҡ шәкәр, 2 йомортҡа, стакан ярым он, 1/8 балғалаҡ аш содаһы, 0,25 балғалаҡ тоҙ, 10 грамм үҫемлек майы талап ителә.
Эслек өсөн 60 грамм аҡ май, 250 грамм ҡыҙыл балыҡ алына.
Һытылған йомортҡаға тоҙ, аш содаһы, шәкәр ҡомо ҡушып туғырға. Йылымыс һөт өҫтәп, яҡшылап болғатырға. Үҫемлек майы, он, самалап ҡайнатылған һыу ҡушырға. Майлы табала йоҡа ғына итеп ҡоймаҡ ҡойорға. Бешерелгән һәм нәҙек кенә итеп ҡырҡылған ҡыҙыл балыҡ итен ҡоймаҡ эсенә һалып урарға. Өҫтөнә май яғырға.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА яҙып алды