Ҡыҙыл эремсек
Ҡыҙыл эремсек — башҡорт халҡының бик затлы ризыҡтарының береһе.
Әҙерләү ысулы
үҙгәртергәСейләй ойоған һөттө эсенә май һөртөлгән һауытҡа ҡойоп, талғын утҡа ҡуялар. Эремсеге айырылып сыҡҡас, һыуын бер аҙ кәметәләр. Артабан эремсек ҡыҙарғансы ҡайнатыуҙы дауам итәләр. Тигеҙ ҡыҙарһын һәм төбө көймәһен өсөн болғатып торалар. Һыуы парға әйләнеп бөткәс, ҡыҙыл эремсекте киптереп һаҡларға һалырға мөмкин.
Ҡыҙыл эремсектең, боҙолмай торған әҙер һәм туҡлыҡлы аҙыҡ булараҡ, баһаһы бик ҙур. Табынға бал, шәкәр, май, ҡаймаҡ йәки башҡа тәмләткестәр ҡушып бирелә. Хәҙерге вакытта тәүҙә ит турағыстан үткәреп алалар. Унан, тәмләткестәр ҡушып, баҫалар һәм йомғаҡтар эшләйҙәр. Сәй янына ҡуйыла торған бик тәмле ризыҡ килеп сыға.