Ҡәйнә-килен мөнәсәбәттәре ғаиләлә мөһим урын алып тора.

Башҡорт ғаиләһе. 2014

Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә лә яҙмалар күп[1]

  • Әсәйем 50-се йылдарҙа килен булып төшкәс, бирнәгә алып килгән яҫтығын ҡәйнәһе һалып ята, матур аҡ шәлен ябынып йөрөй. Йәш килен әсенһә лә һүҙ әйтергә ҡыймай,шулай ҙа үҙ атаһы ҡунаҡҡа килгәс һөйләп бирә.

Ҡартатайым:

- Ҡуй, балам, әле һин ташта йоҡлаһаң да йоҡлайһың, яҡшы кешенең балаһы килде лә яҡшы ҡарай тип әйтерҙәр,һиңә лә почет, миңә лә почет,-тигәс, ризалаша инде. (Зайтуна Мухамедьярова)

  • Элекке ҡәйнәләр ҡатыраҡ, уҫалыраҡ булғандарҙыр инде. Улар бит һуғыш йылдарындағы ауырлыҡтарҙы ла үҙҙәре күтәргән, ирҙәре һуғыш яраларынан иртә үлеп, балаларын да үҙҙәре кеше иткән. Донъяларына ла үҙҙәре тулы хужа булған. Бындай ҡәйнәләрҙең килендәренә ҡаты булыуы тәбиғи, минеңсә (Гөлнур Ҡасҡынова).
  • Таҡмаҡ

Килендәр эштән кайталар

Берлинды алган кеүек,

Ҡәйнәләр тора калтырап

Плендә ҡалган кеүек (Зайтуна Мухамедьярова)

  • Бәхетле йәшәйем тиһәң, ҡәйнә менән дуҫ булырға кәрәк. Донья тоткаһы ҡатын-ҡыҙ тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Әҙерәк ҡайһы саҡта был тормошта ишетмәҫкә, күрмәҫкә кәрәк. Ҡәйнәм нимә тиһә лә, эйе тим, ә үҙемсә йәшәйем (Венера Маннанова)