Үксә ултыртыу
Үксәне ултыртыу
үҙгәртергәМужавир Буранбаев, 63 года, г. Каменск-Уральский (Свердловская область), Россия
Көҙ картуф алабыҙ. Мин алтынсы класта уҡый инем ахыры. Аңғармаҫтан бер тулы биҙрәне уң аяҡтың уксәһенә төшөрҙәм. Аяҡ ныҡ ауыртты. Шаңғығандыр бөтөр әле тип эшләп маташтым. Юҡ ауыртыу көсәйә. Иртәгеһен әсәй Бикал тигән инәйгә ебәрҙе. Һаңрай-һаңрай киттем, ней эшләйһең. Бикал инәйҙә беҙҙең урамда тора ине, алыҫ түгел. Һаулыҡ һорашып керҙем. Минең бәләне күреп тора. Урындыҡҡа ултыртты ла, ауырыған ерҙе керосин менән массировать итә башланы. Үҙе әллә нимәләр һөйләй, минең ихтибарҙы юғалта. Аҙаҡ “улым анда нимә бара” тип тәҙрәгә ымлай. Мин башты бороп ҡараған саҡта ҡапыл аяҡты тартты. Ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәрҙем. “Булды улым, өс көн аяғыңды ҡарап йөрө, атыу ғүмер буйы ыҙаларһың” – тип оҙатты. Мин аҙаҡ, студент йылдарында футбол уйнағанда Телеусов Александр тигән курсташтың ҡулбашын һәр саҡ урынына ултырта торған инем. Уйнайбыҙ, уйын ваҡытында яурыны ҡанаты ҡайрылған ҡош һымаҡ борола. Мине үҙе ҡысҡырып саҡыра ине- “тиҙерәк урынына ҡуй!”