- Ике табаҡ, бер сабаҡ.
- Өс аяҡҡа бер тояҡ.
- Ике табаҡ,
Береһе: «Төшәм», — ти,
Береһе: «Менәм», — ти.
- Ике тояҡҡа алты аяҡ.
- Алты аяҡ, ике тояҡ,
Уртаһында тел,
Аҡылың булһа, тап та бел.
- Алты аяҡ, ике тояҡ,
Елкәһе юл, уртаһы тел,
Тояғы йөрөмәй,
Аҡыллы аңлар,
Ахмаҡ тыңлар.
- Алты аяҡ,
Алты аяҡҡа ике тояҡ:
Уртаһында тел,
Теле тирбәнмәй,
Тояғы йөрөмәй,
Аҡыллы аңлай,
Ахмаҡ тыңлай.
- Алты аяҡ, ике тояҡ,
Кәмбер-кәмбер, уртала бер тел.
- Ике сарыҡ, алты аяҡ,
Уртаһында тел,
Аҡылың булһа, уйлап бел.
- Бохарҙан килгән пел,
уртаһында тел,
Алты аяҡ,
Алты аяҡҡа ике сарыҡ.
- Бер ағайға өс ҡул.