Үпкә-бауыр ризығы
Үпкә-бауыр ризығы — малды салғандан һуң, уның үпкә, бауыр, йөрәк, бөйөрҙәрен ҡулланып, әҙерләнгән төрлө ризыҡ.
Уларҙың иң ҡиммәтлеһе — бауыр, уны паштет, консерва эшләү өсөн киң ҡулланалар. Йөрәк, бөйөрҙәр туҡмас, кәбеҫтә аштары, һурпаһыҙ блюдо өсөн файҙаланыла. Төрки халыҡтарҙа үпкә-бауыр башлыса тултырма эшләүгә тотонола.
Малдың үпкә — бауыры аҙыҡ-түлек сифаты буйынса иттән һис кенә лә түбән тормай, ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта өҫтөн дә һаналыуы мөмкин, сөнки ул ентекле эшкәртеү талап итә. Был ризыҡта тимер һәм D витамины күп була.
Гөлсәриә Әбилева (БашВикинан күсерелде)