Үрмәксе, үрмәксе ауы (йомаҡтар)
- Алты аяҡлы — Алып түгел,
Дүрт күҙе бар — дейеү түгел.
Арҡаһына арҡанлағаны — эсәк түгел,
Ебе нескә — ебәк түгел. - Өй түрендә мөйөштә
Ҡыл иләк элгән фәрештә. - Түшәмдә, мөйөштә
Ҡулһыҙ яһаған иләк тора. - Балтаһыҙ килде, таҡтаһыҙ өй һалды.
- Арҡаны нәҙек булһа ла,
Эләкһәң, китә алмаҫһың. - Күрер-күрмәҫ күҙҙәре,
Селтәр бәйләй үҙҙәре.