Үрсетмә өсөн ниндәй тупраҡ яҡшы?

Үрсетмә өсөн ниндәй тупраҡ яҡшы?

Йәшелсә үҫентеләре ултыртыу өсөн тупраҡ уңдырышлы булырға , һауа, дым еңел үтеп инергә тейеш. Үрсетмә ултыртыу өсөн сиҙәм тупрағы, торф, серетмә, минераль ашламалар ҡатнашмалары ҡулланыла.

  • Борос һәм помидор өсөн 1:1 нисбәтендә торф һәм серетмә кәрәк. Тупраҡҡа суперфосфат, калий тоҙо ҡатнаштырығыҙ.
  • Ҡыяр тупрағына серетмә, көл яҡшы. Тамыр өҙөлөүҙән зыян күргән йәшелсәләр – ҡыяр, ҡарбуз, ташҡабаҡты айырым һауыттарҙа, туҡлыҡлы кубиктарҙа, торфлы көршәктәргә ултыртығыҙ.
  • Петуниялар өсөн ҡом ҡушылған урман тупрағы һәйбәт. Уны органик һәм минераль ашламалар менән үҙегеҙ байыта алаһығыҙ.

Һылтанмалар

үҙгәртергә