Үрт (йомаҡтар)
Яланда усаҡ яҡҡан урын
- Ҡыҙыл үгеҙ ятҡан ергә
Ҡырҡ йылһыҙ үлән үҫмәҫ
- Эйелеп-эйелеп етә килә,
Еткән ерен йота килә,
Ҡайынлыҡтан үтә килә,
Ҡайын һыуын эсә килә. - Ялт -йолт итә килер,
Итәген-еңен йыя килер,
Ҡайынлыҡҡа етә килер,
Ҡайын һыуын эсә килер. - Үрелә килә, үрелә килә,
Ҡау үләнен ҡыҙыра килә,
Ҡарурманға керә килә,
Ҡайын һыуын эсә килә. - Ана бара, юлы ҡара.
- Үҙе саба, ҡойроғо ҡала.