Һабан һөрөү (йомаҡтар)
- Һоро һарыҡ һыртын Һөңгөм менән йырҙым.
3508. Ана бара — юлы ҡара.
3509. Ҡара ҡуйҙың тиреһен Әйләндереп ҡапланым.
3510. Ай аҫтынан ҡайтҡан — Алтын ҡурай тартҡан; Көн аҫтынан ҡайтҡан — Көмөш ҡурай тартҡан.
3511. Китеп бара — өтөп бара, Ҡара-ҡара — юлы ҡала.
3512. Һигеҙ тарта,
Икәү тота — эш бөтә.