- Ала ат еккән, тыранса тейәгән.
- Урмандан сығар, түше сыбар, башы кәлтә, ҡойроғо баҫтырыҡ.
- Арбамдың баҫрауы оҙон.
- Баҫтырығы оҙон, көлтәһе ҡыҫҡа.
- Бәләкәй генә берәү, артында оҙон терәү.
- Ағы аҡтай, ҡараһы ҡаҙҙай, мороно моҙҙай, күҙе тоҙҙай, йүгергәне ҡыҙҙай.
- Аҡ ере ҡар кеүек, йәшел ере һуған кеүек, йөрөшө мулла кеүек, тауышы шайтан кеүек.
- Тауға менһә — тыҡ-тыҡ, тауҙан төшһә — тыҡ-тыҡ. Ике итәге буяулы, йәнгенәһе аяулы.
- Өйгә керһәм — шыҡ-шыҡ, тышҡа сыҡһам — шыҡ-шыҡ, ай-һай, үҙәкәй, ҡойроҡ осо биҙәкәй.
- Шыҡ-шыҡ шыҡылдыҡ, шыҡая-шыҡая ултырҙыҡ, шыҡмаға донъя тултырҙыҡ.
- Аҡ йөнө кершән кеүек,
Йәшел йөнө һуған кеүек,
Ҡара йөнө һөрмә кеүек,
Ултырғаны мулла кеүек,
Һыҙғырғаны шайтан кеүек.
- Ялт-йолт ялтланған, ялтыр ҡылыс бәйләнгән.
- Ала тинле күлдәкле, Сәүрә тинле ситекле.
- Ала сапан кейенгән, мал һуйғанға һөйөнгән, шунда төшөп йүгергән.
- Ала тунлы тере ҡупай.
- Ҡаҙандан ҡара, ҡарҙан аҡ, ураҡтан кәкре, уҡтан төҙ.
- Ағы аҡтай, ҡараһы ҡоромдай, мороно моҙҙай, күҙе тоҙҙай, йөрөй ендәй.
- Ағы аҡ, ҡар кеүек, ҡараһы ҡара, ҡором кеүек, ултырыуы мулла кеүек, ҡысҡырыуы шайтан кеүек.
- Ап-аҡ, һөт кеүек, ҡап-ҡара, белис кеүек, ултырһа, мулла кеүек, ҡыланһа, шайтан кеүек.
- Ағы һөт кеүек, ҡараһы болот кеүек, ултырғанда мулла кеүек, йөрөгәндә шайтан кеүек.
- Ҡайсы кеүек, ҡайсы кеүек, ҡайсы йәшел, ситса кеүек, ултырһа, мулла кеүек, атлаһа, юрға кеүек.
- Кәлт-кәлт итәлер Кәлмәсәүер итеге. Янда йәшел яулығы, Килмешәктә аҙығы.
- Ап-аҡ эйәрле, йәшел сатма яулыҡлы; ҡатындар эсәк йыуғанда, беҙ ҙә унда булайыҡ,тал төбөнә боҫайыҡ.
- Ап-аҡ эйәрле, йәшел сатма яулыҡлы; ҡыҙҙар сәсен йыуғанда, мин дә унда булайым, тал төбөнә боҫайым, ҡойроғомдо ҡыҫайым.
- Башы йәшел яулыҡлы, сатма көмөш эйәрле; ҡатындар эсәк йыуғанда, беҙ ҙә унда булайыҡ, тал төбөнә боҫайыҡ, ҡойроғобоҙ ҡыҫайыҡ.
- Көлтәһе ҡыҫҡа, йөгө юҡ, баҫрауы оҙон, йүне юҡ.
- Ҡойроғон алһа — башы йәбешә, башын алһа — ҡойроғо йәбешә.
- Һауытынан һабы оҙон, үҙе йәнле.
- Һауытынан һабы оҙон, ҡалғанан йыраҡ ҡуйҙым.
- Кәлтә ҡойроҡ, кәлтә ҡойроҡ, сәпсектәргә бирә бой(о)роҡ.
- Келәтенән типкеһе оҙон.
- Бәләкәй генә келәткә оҙон терәү терәткән.
- Үҙенән ҡойроғо оҙон.
- Өй башында һаплы сүмес.