Һалдат улы - һалдат
Ҡулымда — кескәй генә блокнот. «Усману от Тамары Спиридоновны в день 61-й годовщины и Советской Армии и Военно-Морского Флота»,— тиелгән унда. Артабан шиғыр юлдары:
«Силы Армии нашей несметны,
Ее партия к славе ведет.
Наша Армия в битвах бессмертна,
Как бессмертен советский народ».
Уҡытыусы Т. Кузнецова изге теләктәрен : «Помни это, Усман! Будь достойным!» — тип тамамлай. Блокнотҡа Усман В. Высоцкийҙың бер йырын ғына яҙып өлгөргән. Ҡалған биттәре таҙа. Усмандың йәшәлмәгән ғүмере кеүек. Инде ул ҡағыҙ биттәренә бер ни ҙә яҙылмаҫ. Хөкүмәт ҡушыуы буйынса алыҫ афған еренә яуға киткән Усман Хәсәнов туғандары, яҡындары хәтерендә Һәр саҡ 19 йәшлек булып ҡалыр .
…37 өйлөк Рафиҡ ауылынан бөйөк Ватан һуғышы ҡырҙарында утыҙлап кеше ятып ҡала. Асылда иһә ҡайғы кисермәгән ғаилә юҡ. Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә баш һалған ҡорбандар хаҡы Ватан азатлығы менән үлсәнә. Улар ил, тыуған ер өсөн баш һалған. Афған ерендә ҡулдарына ирекһеҙҙән ҡорал алған 18 — 20 йәшлек егеттәр.. Ниҙәр кисерҙе икән улар шыҡһыҙ сит күк аҫтында? Йәндәрен ниндәй уйҙар өттө икән?..
Хәсәновтар ғаиләһендә Усман бишенсе бала булып донъяға килә. Теремек, аҡыллы булып үҫә. Мәктәптә лә һәйбәт уҡый. Айырыуса математиканан. Әҙәби китаптар ярата. Холоҡ - фиғылы оялсаныраҡ, баҫалҡы булһа ла иптәштәре менән йәһәт кенә уртаҡ тел таба белә.
— Мал йәнле булды, — тип күҙ йәштәрен һөртә Усмандың әсәһе Йәмилә апай. — Бер заман йөккә көсө етмәгәнгә йәне көйөп, күрше атын туҡмай, . Балаҡайым атты туҡматмай аралап ҡалды. Уҙенең атын егеп, йөктө сығарышып бирҙе.
Ғаиләлә 12 йәшлек бесәйҙе «Усмандың бесәйе» тип йөрөтәләр ине бынан ике йыл самаһы элек. Хәҙер ул бесәй бармы икән — белмәйем. Хәсәновтарҙа булып киткәнемә хәтһеҙ көндәр уҙһа ла, бөтәһе лә бөгөнгөләй күҙ алдында ихлас, эскерһеҙ хужалар, Афғанстанда батырҙарса һәләк булған Усмандың һәр дәфтәре, һәр яҙмаһы, һәр һүрәте ҡәҙерләп һаҡланған өй. Бына уның хаттары. «Теге „бегемоттар“ҙы тыуған көндәре менән ҡотларға бер ниндәй открыт¬ка ла таба алманым» (Бегемоттар — ағай- апайҙарының балалары. Усман уларҙы яра¬тып, шулай атай, һәр хатында бәләкәстәр тураһында һора¬ша). «Мине икенсе машинаға күсереп ултырттылар, үҙемдең механигым менән» (Тик һуңынан ғына Усман йөрөгән броневикка ут ҡабып, эки¬паждың саҡ иҫән ҡалғанын белә ата менән әсә). «Беҙ бында өс башҡорт малайы уйнап, көлөп, күңелле йәшәйбеҙ. Берәүһе тураһында Ашхабадтан яҙғайным, Ейәнсура районыныҡы… Икенсеһе Әлшәйҙан. Күңелле малай, һәр ваҡыт көлә лә йөрөй». Һәр ваҡыт көлөп йөрөгөн Әлшәй егете Рауил Мөдәрисов ҡайтыр алдынан ғына һәләк булып ҡала. Унан алда Ғилметдин ағай менән апайға хат яҙып өлгөрә: «Был хатты яҙһам да ҡыйын, яҙмаһам да. Яҙһам, һеҙ тағы Усманды иҫкә төшөрәһегеҙ, яҙмаһам. Усман алдында ғәйепле булырмын, тип уйлайым. Беҙ Башҡортостандан өсәү инек. Юрик Ейәнсуранан, мин Әлшөйҙән, Ашхабадта ла бергә хеҙмәт иттек, өсәү булғас, күңелһеҙ булманы. Афғанстанға бергә эләктек, бер ротаға. Ошо көнгә тиклем ҡайғыһыҙ йәшәнек, бергә ҡайтырбыҙ, тип уйла¬ныҡ. Берәй ергә операцияға сыҡһаҡ, иҫән ҡайтһа ярар ине тип, бер-беребеҙ өсөн ҡурҡа торғайныҡ. Беҙ йыл ярым эсендә бер-беребеҙгә өйрәнеп бөттөк, бер туғандар кеүек йәшәнек. Усман шаян егет ине, төрлө ҡыҙыҡтар һөйләп күңелһеҙ ултырмай ине. Ситтә оҙаҡ йөрөһәң ныҡ һағындыра шул. Усман да, ҡайтҡы килә, һағындым ти торғайны Ул күбеһенсә апаһының, ағаһының ҡыҙҙары тураһында һөйләй торғайны, шул бәләкәс ҡыҙҙарҙы һағынам, ти ине. Усман ротала иң яҡшы оператор-наводчик ине, бөтәһе лә уны маҡтап телгә ала. Беҙ Усманды һаҡлап ҡала алманыҡ шул… Шул алама көндә Усман менән бер машинала 6 кеше ине, бөтәһе лә үлеп ҡуйҙылар шул, бер офицер, ҡалғандары — һалдаттар. Ғилметдин ағай, беҙ һеҙҙең алда үҙебеҙҙе ғәйепле тип һанайбыҙ, сөнки иң яҡын дуҫыбыҙҙы һаҡлай алманыҡ… Мин был хатты ҡайғы уртаҡлашыу өсөн яҙам». Эй, балаҡайҙар, сит-ят ерҙәрҙә, сит-ят халыҡтың проблемаларын «хәл иткән» ут эсендә һаҡлай ала инегеҙме ни бер- берегеҙҙе? һеҙҙең бөрөләнеп тә сәскә атып өлгөрмәгән йәш ғүмерҙәрегеҙ һулыуы өсөн кем яуап бирер икән?! Әсәйҙәрегеҙ күҙендәге йәштәрҙе кем һөртөр, йөрәктөрендәге ҡайғы-хәсрәтте кем кәметер?!
Рафиҡ ауылында Хәсәновтaр, әүәл-әүәлдән ихтирам менән файҙалана, Ғилметдин ағайҙың атаһы Шәмсетдин олатай дүрт йыл граждандар һуғышында йөрөп ҡайта. Ҡайтҡас, колхоз ойоштора, заманына күрә уҡымышлы кеше була, русса ла һәйбәт һөйләшә. Колхозда тәүге рәйес — Ғилметдин ағайҙың ҡартатаһы Даминдар Хәсәнов. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Ғәлимйән Хәсәнов та, кеҫәһендә 50 йылдан ашыу коммунист билеты йөрөткән Сөләймән Хәсәнов та ошо тоҡомдан. Бөгөн һәр бәләлә партияны ғәйепләү модаға инеп китте. Мин партияны юғарыла, етәксе органдарҙа, тураһын әйткәндә, халыҡ елкәһендә ултырған кабинет кешеләре ѳйөрө итеп түгел, ә үҙенең әсе тире менән ғүмер буйы ергә, халыҡҡа хеҙмәт иткән, илгә бәлә ябырылғанда ҡулына ҡорал алып, азатлыҡ өсөн йәнен дә ҡыҙғанмаған миллиондарҙың ойошмаһы итеп күҙ алдыма килтерәм. Шул миллиондарҙың береһе — «афғансы» Усмандың атаһы Ғилметдин ағай Хәсәнов 1956 йылдан бирле коммунист. Бөтә ғүмере хеҙмәттә үткән. 43-сө йылдың әсе ғинуарында 17 йәшлек кенә көйө фашизмға ҡаршы көрәшкә баҫып, ауыр яу юлы уҙған был кеше ысын ихтирамға лайыҡ.
— Ауылдан Хәсән Мансуров менән бергә киттек һуғышҡа тип xәтерләй Ғилметдин ағай. Ул минән дә кесе ине. Һаман илап барҙы. Ҡайтманы...
Сибек кенә яурындарына ил яҙмышын йөкмәгән 16-18 йәшлек малайҙар… Бөгөн беҙҙең арала улар һанаулы ғына ҡалған. Иҫәндәренең сәстәре салланған, йөҙҙәрен яҙмыш бураҙналары йырғыслаған, күбеһенең һаулығы шәптән түгел. Ә Ғилметдин ағайҙың йөрәген өтөп торған уй-хәсрәте — ғәзиз улының үлеме.
Ғилметдин ағайҙың исеме Ленин орденлы Матрай coвхозының Почет кенәгәһенә индерелгән. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн генә түгел, тыныс тормоштағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн дә. Бик күп Почет грамотаһы араһында Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Президиумының Почет грамотаһы ла бap. Ул да Ғилметдин ағайға тырыш хеҙмәте өсөн бирелгән.
Аталы-уллы Ғилметдин һәм Усман Хәсәновтар тураһында әллә күпме яҙырға булыр ине. Ғөмүмән, был һәйбәт ғаилә хаҡында. Бәләкәй генә Рафиҡ ауылында йәшәүсе башҡа яҡшы кешеләр, атап әйткәндә Социалистик Хеҙмәт Геройы Абдулла ағай Фәйзуллин Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Миңлеғәли Фазлыев тураһында. Әйткәндәй М. Фазлыев Йәмилә апайҙың ағаһы, һөйләргә булыр ине. Ләкин һеҙҙе ике һалдат — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғилметдин Хәсәнов һәм уның улы, алыҫ афған ерендә һәләк булған Усман Хәсәнов менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым. Халҡыбыҙ иңенә улар иңенә төшкән һынауҙар төшмәһен ине ҡабат.
Г. ӘХМӘТҠУЖИНА, Хәйбулла районы. 1982-се йыл. P.S. Усман Хәсәновтың ағаһы Рәжәп Хәсәнов интернетҡа ҡуйыу өсөн әҙерләне. 2016-сы йыл.