Һарымһаҡ — Амариллистар ғәиләһе, һуғандар аҫғаиләһенән булған йәшелсә үҫемлеге.Тыуған иле —Урта Азия. Таджикистан, Төркмәнстан, Үзбәкстандың таулы райондарында, Ирандың төньяғында, Афганистанда һәм Пакистанда культуралаштырылған.

Һарымһаҡ

үҙгәртергә

Бик күп бүлкәттәрҙән (зубчики) һуғанбашлы үҫемлек. Әсе тәме һәм үҙенсәлекле еҫе тәмләткес.

Һарымһаҡ составында минераль матдәләр, углеводтар, инулин, полисахаридтар һәм башҡалар күп.

Һарымһаҡтың составы

үҙгәртергә

Аҙыҡ булараҡ:100 һарымсаҡ 149 ккал (623 кДж) энергетик ҡиммәткә эйә.

  • Һыу — 58—59 г
  • Аҡһымдар — 6,4 ±0,2 г
  • Майҙар — 0,5 г
  • Углеводтар — 33,1 г
  • шәкәрҙәр — 1 г

Һарымһаҡ составында минераль тоҙҙар

үҙгәртергә
  • Кальций —181 ±25 мг
  • Тимер—1,7 мг
  • Магний—24—26 мг
  • Фосфор—153 ±8 мг
  • Калий—401 ±26 мг
  • Натрий—17 мг
  • Цинк—1,2 мг
  • Марганец—1,7 мг
  • Селен—14 ±3 мкг

Һарымһаҡтың составында витаминдар

үҙгәртергә
— β-каротин 5  мкг
Тиамин (B1) 0,2 мг
Рибофлавин (B2) 0,1 мг
Ниацин (B3) 0,7 мг
Пантотеновая кислота (B5) 0,6 мг
Пиридоксин (B6) 1,2 мг
Фолацин (B9) 3 мкг
Аскорбиновая кислота (вит. С) 31 ±2 мг

Һарымһаҡтың шифаһы

үҙгәртергә

Уның иң файҙалы үҙенсәлектәренең береһе – бактерияларға ҡаршы тороуы. Һарымһаҡ организмдың вируслы, һалҡын тейеү ауырыуҙарына ҡаршы тороуға булыша.

Ундай сирҙәр теймәһен өсөн аҙыҡҡа ваҡланған һарымһаҡ ҡушырға кәрәк. Миҫал өсөн, алманы ыуғыс аша үткәреп, уға ваҡланған һарымһаҡ һәм бал ҡушып салат яһау.

  • Атеросклерозды дауаларға ярҙам итә.
  • Холестерин кимәлен кәметергә булышлыҡ итә.
  • Ҡан баҫымын төшөрә.
  • Подагранан файҙаһы тейә.
  • Киҙеүҙе һәм тын юлдары инфекцияһын дауалауҙа ҡулланыла.
  • Бактерияларҙың үҫешен һәм тарал ыуын тотҡарлай.
  • Туберкулезды дауалауҙа ярҙам итә.
  • Эренле яраларҙы дауалауҙа файҙаланыла.
  • Трихомониазды дауалауға булышлыҡ итә.
  • Матдәләр алмашыныуын көйләй.
  • Эсәктәр, үт ҡыуығы, тура эсәк, һөт биҙҙәре, про­стата биҙе яман шеше ауырыуын тотҡарлай.
  • Аш эшкәртеүгә булышлыҡ итә.
  • Ойошҡан ҡанды шыйығайта.
  • Аппетитты күтәрә.
  • Селәүсендәрҙе һәм паразиттарҙы үлтерә.
  • Диплоидлы бәшмәктең үҫешен тотҡарлай.
  • Катарактаны дауалауҙа ыңғай йоғонто яһай.
  • Артритты дауалауҙа файҙаһы бар.
  • Диабетты дауалау өсөн яҡшы.
  • Теш һыҙлауын баҫа.
  • Сөйәлдәрҙе үлтерә.
  • Тимерәүҙе бөтөрөүгә булышлыҡ итә.
  • Тиреләге фурункулдарҙан арындыра.
  • Эсәктәрҙе тынысландырыу көсөнә эйә.
  • һарымһаҡтағы фитонцидтар астма, хроник брон­хит, коклюшты дауалауҙа ҡулланыла.
  • Йоҡоһоҙлоҡтан файҙаһы бар.
  • Ҡартайыу процесын тотҡарлай.
  • Акне ауырыуын дауалай.
  • Стафилококк инфекцияһын дауалауҙа ҡулланыла.
  • Иммун системаһын нығыта.