- Эсе күптәй, аяғы ептәй.
- Бото ҡылдай, эсе мискәләй.
- Йылыта, кейендерә,
Әҙәмде һөйөндөрә.
- Иртә килә Дәлим,
Кис тә килә Дәлим.
Төрлө-төрлө сәскәләрҙән
Төймә төйә Дәлим.
- Иртә лә ләй-ләй,
Кис тә ләй-ләй.
Төрлө-төрлө ебәктәрҙән
Төймә бәйләй .
- Байбикәнең баса туны бер ҡырҡыла, бер үҫә.
- Йәй ҙә, ҡыш та бер тун кейеп йөрөй.
- Гел тун кейеп йөрөй,
Үҙе бер ҙә «тирләйем» тимәй.
- Тиреһе иләнмәгән,
Туны тегелмәгән,
Туғаным шуны кейеп йөрөй.
- Бейек-бейек тауҙарҙа,
Зифа буйлы талдарҙа
Йүгерә-йөрөй аҡ сәкмән.
- Тауға менһә — ләр-ләр,
Тауҙан төшһә — ләр-ләр.
- Төрөнгәс ул ап-аҡҡа,
Оҡшап тора болотҡа.
Ашата ла кейендерә,
Кешене һөйөндөрә.