- Атайымдың урманы,
Түбән ҡарап уҙғаны.
- Атайымдың урманына
Ат кермәгә юлы юҡ.
- Атайым алды ҡарағай,
Башы түбән ҡараған.
- Атайым алды урман,
Осо-башы ҡырған,
Түбән ҡарап торған.
- Атайымдың урманы үҫкән,
Осо-башы ергә төшкән.
- Тау ҙа урман, тау ҙа урман,
Был хикмәтте кем ҡорған?
- Бер ағаста мең ҡара.