Һепертке (йомаҡтар)

  1. Ишек төбө — тай сүбе.
  2. Аҡланымдың алдында билен быуып ултыра, эләккәнде һөйрәргә әҙерләнеп ултыра.
  3. Ишек артында биле бәйләүле бей ятыр.
  4. Аҡ келәттең алдында билен быуып ултыра.
  5. Бәләкәй генә бисура билен быуып ултыра.
  6. Һаҡаллы бабай иҙән буйлап йөрөй.
  7. Билен быуған Биктимер ишектән түргә һикерер.
  8. Эшен-ҡошон бөтөргән, мөйөшкә инеп ултырған.
  9. Нескә билле бер ҡыҙыҡай бейеп, туҙан туҙҙыра.
  10. Кәүҙәһе бар, аяғы юҡ — үҙе тыпыр-тыпыр бейей.
  11. Ишекле-түрле йүгерә, өй сүп-сарын бөтөрә.
  12. Бәләкәй генә бер малай һикерә-һикерә лә мөйөшкә боҫа.
  13. Ары йүгерҙем, бире йүгерҙем, бер мөйөшкә тығылдым.
  14. Үҙе йәшел суҡ, башы бәйле туҡ,тарҡау йортҡа алып барһаң, сабыуҙан башҡа эше юҡ.
  15. Йәшел күлдәк кейгән, мөйөштә баҫып тора.
  16. Варвараның бармағы, етмеш ике тырнағы.
  17. Үҙе йәшел күлдәк кейгән, арҡаһы ергә тейгән.
  18. Йөҙ ҙә бер туған бер таяҡҡа бәйләнгән.
  19. Ишекле-түрле йөрөй, эләккәнде һөйрәй.
  20. Ары ла тә-тә, бире лә тә-тә, ҡунаҡ килһә, йүгерә тә-тә.