Һилеғорғо
Һилеғорғо - Белорет районы Елмерҙәк һыртынан баш алған тау йылғаһы.
Һилеғорғо йылғаһында шарлауыҡ бар (халыҡ Гөрләүек тип кенә йөрөтә).
Ғорғо - ҡурғы - һаҡлау урыны;һил-тыныс. Һил, һиллек- тыныс, хәүефһеҙ урын булғандыр йылға үҙәне. Керер ере тарлауыҡ ҡына, ә арыраҡ тотош ғәскәр һыйҙырырлыҡ, йәшенерлек ерҙәр, йылға башынан тиҙ генә төрлө яҡҡа барып етерлек юлдар саты. Борон хәүефле замандарҙа бик тә мөһим булғандыр был шарттар...(Ринат Шәйбәков)