Һоло кеҫәле— һоло ононан әҙерләнгән милли башҡорт ашамлығы.

Ингредиенттар

үҙгәртергә
  • Һоло ярмаһы

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Һыҙыртылмаған һолоно ҡул тирмәнендә тарттырырға. Иләнмәгән һоло онон, самалап, икмәк әсеһен ҡушып болғатып, мейес башына йылыға ҡуйырға. Был һоло әсеткес бер биш-алты сәғәт йылы мейес башында әсеп ултыра.

Өлгөргәс, һарҡытып һығып, әскелтем эсемлекте ҡаҙанға һалып ҡайнатырға ҡуйырға.

Үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Һоло кеҫәле — ашамлыҡ булараҡ файҙалы ҡиммәткә, ҙур калорияға һәм юғары гликемик индексҡа эйә диетик продукт.

Һоло кеҫәлен ашау үҙенсәлеге:

  1. кеҫәл бешкәс, туҫтаҡтарға бүлеп, hыуытып ашарға.;
  2. кеҫәлдең тәме әскелтем, һөт өҫтәп, болғап ашарға кәрәк.;
  3. кеҫәлде эсемлек кеүек эсһәң дә бик файҙалы.

Кеҫәл тәмәке ташлауҙы еңеләйтә.