Һуған
Һуған— бер өлөшлөләр класы ләлә сәскәлеләр ғәиләһенә ҡараған ңҫемдлек.Йәщелсә.
Һуған
үҙгәртергәҺуған—бик боронғо үҫемлек. Уны кешеләр бик күптән ҡулланған. Хәҙер ҙә һуған көндәлек ризыҡтарҙан һанала. Һурпалы, итле, картуфлы аштарға һуған туралмаһа, ул бик үк тәмле булмай.
Дарыу әһәмиәте
үҙгәртергәҺуған фитонцидтарға бик бай. Ашҡаҙан-эсәк, тын юлдары, ауыҙ ҡыуышлығы ауырыуҙары ваҡытында һуған бик файҙалы. Ул олоғая башлаған кешеләргә айырыуса ыңғай тәьҫир итә.
Бигерәк тә, һалҡын тейгәндә , йүтәлләгәндә, бауыр, үт ҡыуығы сирҙәренән, һары ауырыуҙары ваҡыттарында һуған ҡулланыла.Бал ҡушылған һуған һуты ҡан тамырҙарын таҙарта. Бешкән һуған иҙмәһе шешектәрҙе һура, фурункулдарҙы дауалай.
һуған ҡандың ойошоусанлығын кәметә. Күп ҡан юғалтҡан осраҡтарҙа һуған ҡулланыуҙы сикләргә кәрәк.
Халыҡ медицинаһы шешкән урындарға бешкән һуған ябырға кәңәш итә.
Бынан дүрт мең йыл элек үк һуғанды сәс үҫтереү һәм нығытыу өсөн ҡулланғандар.
Хәҙерге заман фәне һуған ҡабығында сәс буяй торған матдә булыуын да асыҡланы.