- Түтәлдә үҫкән йәш ҡыҙҙы
Кем үпһә, шул илар.
- Түтәлдәге түтәйгә
Кем тотона, шул илар.
- Бәләкәй генә ҡыҙ
Ҙур ҡыҙҙы илата.
- Бохарала бар бер емеш,
Сисендерһәң, илата, имеш.
- Ормай, һуҡмай,
Үҙе илата.
- Ер аҫтында ерән ат,
Уның тиреһе ете ҡат;
һуйырһың, тунарһың,
Тунағанда, иларһың.
- Үҫкәндә — япрағы аҙыҡ,
Үҫеп еткәс — тамыры аҙыҡ.
- Ер аҫтында ерән ат,
Уның тиреһе ете ҡат.
- Тышы һары, эсе аҡ,
Ай-Һай, күңел ләззәте!
Алыҫтан тороп илата,
Ай-Һай, күңел йомшағы!
- Тиреһе бар, йәне юҡ,
Киҫәм-киҫәм, ҡаны юҡ.
- Бабай ҡат-ҡат тун кейгән,
Сисендерһәң, иларһың.
- Сибәр генә апайыма
Ҡарайым да илайым,
Ҡарайым да илайым!
- Үҙем тунайым,
Үҙем илайым