Һуғым ашы — ул аш-һыу төрө генә түгел, йола ла. Ҡар ныҡлап ятып, ысын һыуыҡтар башланғас, ауылдарҙа һуғым өмәләре китә. Туғандар, ҡатнашҡан кешеләр сиратлап алдан махсус һимертелгән һуғымдарын һуялар. Малды тыныс, изге күңелле кеше салһа, ите татлы, бәрәкәтле була тигән инаныу йәшәй. Шул уҡ көндө кис йәки бер нисә көндән (үтә аҙаҡҡа һуҙмай) хужа өмәлә ҡатнашҡандарҙы һәм башҡа яҡындарын һуғым ашына йыя.

Һуғым ашында мотлаҡ тултырма булырға тейеш.

Мал һуйған ваҡытта уҡ оҫта ҡуллы кеше һуғым ашына итте айырым сабып бирә. Ашҡа малдың һырт буйы, ҡабырға ите алына.

Ҡунаҡта буласаҡ кеше һанына ҡарап, һәр кешегә һөйәкләп тотоп ашарлыҡ итеп, итте ҡаҙанға йәки ҙур кәстрүлгә һалалар. Һуғым ашында ит мул булырға тейеш. Артып ҡалғанын ҡунаҡтарға күстәнәс итеп биреп ҡайтаралар.

Ит бешеп сыҡҡас, итен алып, һурпаһын һөҙәләр.

Һурпа өҫтөндәге тоҙлоҡто (һөҙлөктө) бәләкәйерәк кәстрүлгә йәки туҫтаҡҡа һөҙөп алып, уға ваҡ ҡына итеп туралған һуған һалып, йылы урынға томалап ҡуялар. Һуған йомшарып, бығып ҡына бешеп ултыра. Ит бер аҙ һыуынғансы өҫтөн ябып торалар.

Һурпаһының бер әҙен айырып алып, унда әрсеп эре киҫәктәргә бүленгән картуф, буйға теленгән кишер бешереп алалар.

Ҡалған һурпала оҙонса йәки дүрткелләп киҫелгән өй һалмаһын (туҡмасын) иҙелтмәй генә, ҡуйы итеп бешерәләр. Һалма һурпа өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡас та, утын кәметеп, бер аҙ тотоп алырға ла утты һүндерергә.

Итте турау тик оҫта кешегә генә ышанып тапшырыла. Һум иттәрен арҡыры телемдәргә ҡырҡып, һөйәкле киҫәктәрен дә ҡушып, бешкән йәшелсәләр менән аралаштырып ҙур тәрилкәләргә матур итеп өйөп һалалар. Ит өҫтөнә балдаҡлап туралған һуған һибәләр, тоҙлоҡло эҫе һурпа ҡоялар.

Ҡунаҡтарҙың һәр береһенә тултырманан өлөш һалып сығалар.

Йәшел тәмләткестәрҙе айырым бирәләр, сөнки ҡайһы бер ҡунаҡтар уларҙы өнәп бөтмәҫкә мөмкин, иттең дә тәмен ала.

Ҡунаҡтар ит ашағанда һуғым һимеҙ булған, ите татлы икән, иҫән-һау ризыҡҡа яҙһын, бергә-бергә ашарға яҙһын, киләһе йылда ла һуғымығыҙ булһын, тип теләктәр теләп, хужаларҙы, һуғымды салыусыны хуплап-маҡтап ултыралар.

Иттән һуң һалмалы (туҡмаслы) һурпа килтерелә, һурпа өҫтөнә һуғанлы тоҙлоҡ ҡоялар. Һурпа янына әсе ҡорот ҡуйыла.

Боронораҡ һуғым ашында ҡалған итте ағас ҡалаҡтарға һалып ҡунаҡтар бер-береһенә һоғондорошҡан. Минең ҡулымды мәхрүм итәһең, тип үпкәләүҙәргә юл ҡуймаҫ өсөн ҡунаҡтар ит һоғондорошоуға урын ҡалдырып ултырған. Уйын-көлкө менән ит һоғондорошоп бөткәс, ҙур баҙыян һауыттарҙа әсе ҡорот ҡатылған эҫе һурпа килтерелгән. Ҡунаҡтар сиратлап йөрөтөп һурпаны тәмләгәндәр. Хәҙер ул йола онотолоп бара.