Һуғыш балалары
Муллағолова Ғилмихаят Нуритдин ҡыҙы— Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Ҡурғашлы ауылынан (Тыл ветераны хәтирәләре)
Атайым
үҙгәртергәАтайым Мырҙағолов Нуритдин Суфиян улы, 1908 йылғы ине, Бөрйән районы Тимер ауылы кешеһе. Заманаһына күрә уҡымышлы кеше булды. Мин иҫ белә башлағас әле ул, 1936 йылдар тирәһендә, Белоретта уҡып йөрөнө, шул уҡыуын бөтөп ҡайтҡас, уны колхоз председателе итеп ҡуйҙылар. Мине уҡымышлы, ҙур кеше булыр тип өмөтләнә ине, «ҡыҙымды уҡытам, кеше итәм», - тип хыялланды. Белоретта уҡыған еренән татарса “Ҡыҙыл таң” гәзитен, татар телендә бәләкәй балалар өсөн сығарылған бер китап алып ҡайтып, шулар буйынса миңә хәреф өйрәтеп, уҡытып йөрөй торғайны. Башҡортсаһын тапмағандыр инде. Әсәм һуҡрана, ниңә башҡортса уҡытмайһың, башҡортса уҡыт, ти. Ярай башҡортсаһын да алып ҡайтырмын әле, әлегә быныһын булһа ла өйрәтә торайым, ти атам. Киткәнендә, мин ҡайтҡансы уҡый тор, тип нығытып-нығытып әйтеп китә.
Комсомол күлдәге
үҙгәртергәАтайым Белоретта уҡып йөрөй, практика үтергә ауылға ҡайта. Шулай ҡайта-китә йөрөнө. Райондан 4 кеше бергә уҡынылар, береһе Мәҡсүттән, Янһарынан бер кеше бар ине. Йортбағышев тигән фамилиялы кеше булды. Атам ҡайтҡан һайын беҙгә бүләктәр алып ҡайта. Бер ҡайтҡанында күк кенә ситса тауар алып ҡайтты. Ул саҡта мине өләсәм оҙон итеп, еңләп, бороңғоса күлдәк тегеп кейендерә ине. Ауылда тегенсе бер апай бар ине, атам үҙе шул апайға етәләп алып барҙы мине. «Бына ошо тауарҙан минең ҡыҙыма комсомол күлдәге тегеп бир. Минең ҡыҙым киләсәктә комсомолка буласаҡ», - ти. «Комсомол күлдәге нисек була ул, комсомол күлдәген тегә белмәйем дә һуң», - тип ҡарай теге апай. Атам өйрәтә тегене: «Оҙонлоғо тубыҡтың аҫтынан ғына, билләп тегелә, еңе терһәккә тиклем була». Ҡыҫҡаһы, текте апай күлдәкте. Эй, оҡшаны үҙемә күлдәк. Ундай күлдәк бүтән бер кемдә лә юҡ, ҡыҙҙар килеп тотоп-тотоп ҡарай, эй ҡыҙығалар минең күлдәгемә. Йәшем етмәһә лә мине комсомолка тип кенә йөрөтә башланылар.Тик кейҙермәй шул өләсәм был күлдәкте миңә. Әгәр кейгәнемде күреп ҡалһа, кесерткән менән шиптыра мине, бурбайымды сыбыҡ менән һуға, күлдәгемде систереп ала. Яланғас аяҡ йөрөтмәй мине. Ул күрмәгәндә генә, Бөрйәнгә, район үҙәгенә, мәктәпкә барғанда йәшереп кенә кейеп йөрөнөм.
Аллаһыҙҙар исемлеге
үҙгәртергәХәмзә ҡустым менән мәктәптә уҡып йөрөйбөҙ. Мәктәптә директор булып Солтанов тигән ағай эшләй. Бер көн уҡыусыларға йыйылыш үткәреп, беҙгә: «Совет балалары Аллаға ышанмай, Алла юҡ ул», - тип һөйләнеләр. Аллаһыҙҙар исемлеге төҙөйбөҙ, теләүселәрҙе шул исемлеккә яҙабыҙ, тип ҡайтарҙылар. Пионерҙар исемлеге булғандыр инде ул. Мин өйгә ҡайтып, өләсәмә шул һүҙҙәрҙе һөйләгәйнем, өләсәм миңә: «Балам, аслан Алла юҡ, тип һөйләмә, Алла бар ул. Аллаһыҙҙар исемлегенә лә яҙылма, әйт, ҡустың да яҙылмаһын», – тине. Иртәгәһенә мәктәпкә барғас, беҙҙе тағы йыйып алдылар ҙа: “Йә, кемдәр Аллаға ышанмай, шуларҙы аллаһыҙҙар исемлегенә яҙабыҙ,” – тигәйнеләр, мин ҡул күтәрмәнем. Артыма ҡарап, Хәмзәгә йоҙроҡ күрһәтәм, етмәһә. Яҙылма, йәнәһе. Ярай, яҙылманыҡ. Кисен атам эштән ҡайтты. Ашап алғандан һуң, атам мине саҡырып алды ла: «Йә, мәктәбегеҙҙә ниндәй йыйылыш булды, ниндәй исемлеккә яҙылманығыҙ?» – тип һорай. Солтанов ағай менән атам коммунист булып, бергә эшләп йөрөйҙәр. Ул хәлде атама һөйләгәндер инде. Мин татылдап торам, бына шулай-шулай хәлдәр, тип һөйләп бирҙем. Атам шунда миңә ғүмерлек һабаҡ бирҙе, бына әле 90 йәшем тулып килгәндә лә, мин һаман да уның һүҙен тотам. Ҡыҙым, ти, бына яҙғыһын боҙ китә бит әле. Ярһып аҡҡан өй дәүмәлле боҙға һин, бәләкәй генә бала, ҡаршы тора алаңмы? Тора алмайһың, боҙ алып китә бит һине, һәләк итә. Шулай булғас, ҡайһы берҙә, мәленә ҡарап, хәлдең ыңғайына ла торорға кәрәк. Һин эстән, Алла бар, тип ышанып йөрөһәң дә, Аллаһыҙҙар исемлегенә башҡалар рәтенә яҙылып тор. Ҡустың да яҙылһын. Кеше ыңғайынараҡ йөрө. Бына шул. Иртәгәһенә ҡустымды эйәртеп Солтанов ағай янына индем. Ағай һиҙеп тора инде эштең ниҙәлеген. Йә, ни йомош, тигән була. Мин әйтәм: «Ағай, Хәмзә ҡустым менән мине Аллаһыҙҙар исемлегенә яҙығыҙ». Атам коммунист булғас, беҙ пионерға яҙылмаһаҡ, уға ла һүҙ тейә бит инде. Бына шулай итеп үҫтек, аҡыл йыйҙыҡ. Аллаһының барлығына ышанам, ғүмерем буйы уның барлығына инанып, уға һыйынып йәшәнем, әле лә шулай.
Билмән бешереү
үҙгәртергәАтам уҡып бөтөп ҡайтты, колхозда председатель булып эшләп алып китте. Килеп тороп емерелеп иген уңды, кеше ҡыуана. Хатта игенде йыйып, йыйыштырып ҡуйырға кеше етешмәй. Ҡырҙан кеше алып килеп ҡуштылар. Урыҫтар, мәрйәләр килде. Уларҙың ашау, йоҡлау айырым ерҙә, эргәләрендә ярҙам итеп йөрөгән билдәле кешеләре бар. Шул мәрйәләргә бәйле бер мәрәкә хәлде һөйләйем әле. Билмән тарихы был.
Ул саҡта башҡорттарҙа билмән тигән нәмә юҡ. Атам ҡырҙа йөрөгәс, билмәндең ни икәнен белгәндер, ашағаны ла булғандыр инде. Бер көн шул ҡырҙан килгәндәрҙең араһынан ике мәрйәне эйәртеп алып ҡайтты. Диндар өләсәйем килеп тороп һуҡрана, ҡарала көйөп төпкө яҡҡа инеп үк китте. Атам һарыҡ һуйып ебәрҙе. Яртыһын келәткә индереп элде, ҡалған яртыһын теге мәрйәләргә тоттторҙо. Тегеләр үҙҙәре алып килгән нәмәләре менән ул итте бороп, билмән эшләнеләр. Әсәм тегеләр араһында бергә йөрөй өйрәнеп. Билмәнде эшләп, бешереп, бер туҫтаҡ өймәләм итеп уртаға алып килеп ултырттылар, өҫтөнә һурпаһын ҡойоп ебәрҙеләр. Эй-й тәмлелеге шул билмәндең, әле лә тел осонда тора тәме, ят ризыҡты бер ашап кинәндек инде. Өләсәм тәки сыҡманы ла, ул билмәнде ашаманы ла хатта. Уйлап ҡараһаң үҙең көткән хәләл һарыҡ итенән әҙерләнгән ризыҡ бит инде. Юҡ шул, әйләнеп тә ҡараманы. Мәрйәләр ҡайтып киткәс, өләсәм улар тотҡан һауыт-һабаны һелтеләп йыуып-йышып ҡуйҙы ул хатта. Ана шулай билмән эшләргә өйрәндек беҙ.
Атам көрәшсе
үҙгәртергәАтам оҫта көрәшсе булды. Көрәшә-көрәшә йылдың йылына шымара бара был. Көрәшеп, бүләктәр алып ҡайта. Элек уны гел еңгән олораҡ бер иптәше бар ине. Һабантуйҙа көрәшә башлағандар былар. Теге иптәше аңғара, был юлы атам көслөрәк, атам еңеп бара быны. Был иптәше хәйләгә бара, атамдың ҡолағына шыбырлай: «Был юлға һин еңелеп торған бул, мин ҡабат һинең менән көрәшмәҫмен. Еңелгән көйө, мәсхәрәгә ҡалып китке килмәй бит». Атам ни ризалаша, йәлләй тегене. Шунан атам йығылған булып, теге иптәше уны баш аша ташлап ебәргән була. Барыбер ҡарап торған халыҡ һиҙенә, яңынан көрәшегеҙ, ғәҙел булманы бит, тип ҡысҡырыша башлай. Атам, юҡ, көрәшмәйем, тип, баш тартып китеп бара. Ана шундай хәлдәр ҙә була икән ул.
Һуғыш урлаған бала саҡ
үҙгәртергәПредседатель булып эшләп йөрөгән еренән атам һуғышҡа китте. 1941 йылдың ҡара көҙө ине был. Тура һуғышҡа инмәнеләр.Тәүҙә уларҙы Алкинола “уйнатып” тейбеҙ ҙә ҡуябыҙ, Һуғышырға өйрәтеп һалып ҡуйҙылар. Атам киткән саҡта өйҙә дүрт бала ҡыҙылсанан сәсрәп ауырып ятып ҡалды, иң бәләкәйе имсәк кенә бала ине. Беҙҙең менән бергә 80 йәшлек өләсәм дә йәшәй. Ауылдан Бәҙерсафа тигән апай Алкиноға барып иренең хәлен белеп йөрөп ҡайтты. Шул Бәҙерсафа апайҙан атам әсәмә хат яҙып ебәргән. «Төш күрҙем, ике балтам ике ҡулымдан һыуға төшөп юҡ булды, тота алмай ҡалдым. Ауырып ятып ҡалған 4 баламдың икеһе үлер инде. Бәләкәйҙәре үлһә, һиңә еңелерәк булыр, тамаҡ яуы кәмер. Ҙурҙары эшкә ҡул араһына инә башлағандар бит инде, улары үлһә йәлке булыр, ҡалайтырһың икән, бер үҙеңә ҡыйынға тура килер». Ана шул хәбәр дөрөҫкә сыҡты бит. Шунан һуң бер 10 көн үттеме-юҡмы, ике бәләкәй бала ҡыҙылсанан үлеп ҡалды. Өс бала тороп ҡалдыҡ. Мин һәм ҡустыларым Хәмҙә менән Вәлит. Ул ваҡытта дауаһы ҡайҙа. Ҡайғынан әсәм үҙе бөгөлөп төштө, ләз төшөп, ятып ауырып китте.
Былай атам һуғышҡа киткән саҡта насар йәшәмәй инек. Ҡаҙыбыҙ бар, ике һыйырыбыҙ бар, һарыҡ-кәзә. Бесән яғы наҡыҫ ине, ыҙалыҡ менән булһа ла, ул йылы ҡышты имен-аман сыҡтыҡ. Ике һыйырыбыҙҙы ла һаҡлап алып ҡалдыҡ. Һуғышҡа киткәнсе атам колхозда председатель булғас, хәлле йәшәй инек. Кейем дә кешегә ҡарағанда арыуыраҡ. Атам һәйбәт күндән бер итеклек ҡырҡып әҙерләп киткән. Китер алдынан Әүжәнгә быймалыҡ һарыҡ йөнө алып барып биреп, 6 быймаға квитанциеһын миңә тоттороп китте. Бер-бер яйын табып, быймаларҙы барып алырһығыҙ, әсәйеңә әйтерһең, онотороп ҡуйма. Ҡайҙа инде, ығы-зығыла юғалды бөтәһе лә. Итек тә юҡ, быймаларҙың квитанцияларын да бер кеше апкилеп бирәм, тип һорап алды ла, юҡ итте. Һуғыш алдынан иген уңды, кешенең тамағы туйып, күҙе асылып ҡалғайны. Мәкерле һуғыш бөтәһен дә селпәрәмә килтерҙе.
Атам киткәндә мин 4-се класта уҡый инем. Шунан һуң ҡабат уҡыу теймәне миңә. Уҡырға теләгем көслө булһа ла, форсат булманы. Үҙемдең дә, атамдың да теләге тормошҡа ашманы һуғыш арҡаһында шулайтып. Шунан донъялар ауырайып китте. Ул йылы әсәмде ағас эшенә алмай торҙолар, ауырығас та, ҡышты өйҙә булды, колхоздың бөтмәҫ-төкәнмәҫ эшендә йөрөнө. Йәйенә бесәнгә китте, бер һыйырҙы үҙе менән алып китте, икенсеһен ауылда беҙҙең менән ҡалдырҙы, беҙ һауып эсеп, шуның менән тамаҡты туйҙырып торҙоҡ. Аҙаҡ икенсе йылына һыйырыбыҙҙың береһен Һартҡа алып барып, бер урыҫтан кәртүккә алмаштырып алдыҡ. Аслыҡ нимә ҡуя.
Шәл һатыу
үҙгәртергәҺуғыш алдынан атам миңә аҡ ҡына дебеттән матур итеп шәл һуҡтырып биргәйне. Һуҡҡан шәл, ҡабарып ҡына тора, үҙе ҙур ғына, килеп тороп йылы ине. Һуғыш башланды, атам китте бит инде. Икенсеме йылы ине, шикелле,асығабыҙ. Ҡыш, һыуыҡ. Ашарға сәпсим нәмәбеҙ бөттө. Әсәм эштә көнө-төнө. Кеше булған ғына арыуыраҡ нәмәләрен Әүжәнгә алып барып, ашарға кәртүккә алмаштырып алып ҡайта башланы. Урыҫтар әллә ни асыҡманы, кәртүге, йәшелсәһе, салоһы бар. Йә, нишләп шул башҡорт кәртүк сәсмәне икән, ул хәтлем асыҡмаҫ инек бит. Кешегә эйәреп мин дә тәүәкәлләргә булдым. Арыу нәмәбеҙ шул шәл бит инде. Бәләкәй сана һөйрәп алдым, теге шәлде алдым, урамға сыҡһам, юлдаштар табылыр әле, тип юлға сыҡтым. Өйҙә ҡартайған өләсәм, бәләкәй ҡустыларым тилмерешеп ултырып ҡалды.
Бер-беребеҙҙе һөрәндәшеп, эйәртенешеп киттек бер төркөм булып. Тимерҙән Һарт (Иҫке Монасип), Ҡуян (Нәби ауылы), Байназар аша киттек. Һәр ауылдан өҫтәлә бара кеше, күмәгәйеп киттек. Әсәм өйҙән Әүжәндәге бер мәрйә әбейҙе өйрәтеп ебәргәйне, арыу ғына кеше күренә, белешеп шуға бар, тип. Әүжәнгә барып еткәс, эҙләп табып, шул әбейгә барып төштөм. Төндә шуларҙа йоҡланым. Шәлеңде мин ала алмайым, иртәнсәк шул-шул кешеләргә барып ҡара, тип был мине өйрәтеп ебәрҙе. Иртәгәһенә теге шәлде алыусы кеше тапҡансы һуң булып китте. Тағы бер кис ҡунырға тура килде. Шәлде өс биҙрә кәртүккә, бер биҙрә кәбеҫтәгә алмаштырып алдым. Уңғансы буран сығып, ҡамалып ятып ҡалдым. Өс көн һине кем бушҡа ашатып һалып ҡуя, тамаҡ байы әбейҙәрҙең эшен эшләйем. Йәш кеше ни, йүгереп йөрөп эшләйем, иҙән йыуам,мал ҡарашам, ашарға бешерәм, әбейҙәр килеп тороп ярата эшемде, мине маҡтайҙар.
Өсөнсө көн ҡайтырға сыҡтыҡ. Сана һөйрәп, ыҙалап, саҡ ҡайтып киләбеҙ буранда. Ауыл һайын кеше тороп ҡала бара. Байназарҙа өс, Ҡуянда ике кеше тороп ҡалды. Һартҡа килеп еткәндә Бикмөхәмәтова Ҡолғәйшә инәй менән икебеҙ генә тороп ҡалдыҡ. Киткән саҡта ул бер балаһын Һартта ҡалдырып киткәйне, шул баланы эйәртеп алдыҡ. Тауға менгәндә улар сананы икәүләп һөйрәй, малайы арттан этә. Мин яңғыҙ бит инде. Ҡолғәйшә инәй минең санамды һөйрәп ҡарай ҙа, ҡалай ауыр, нисек көсөң етә ул, тип аптырай. Төн уртаһында саҡ ҡайтып еттек Тимергә. Вәлит ҡустым, аслыҡтан шешенеп, һыу эсеп кенә ултыра ине, мине күреп, апай, ҡайттыңмы, ашарға берәй нәмә алып ҡайттыңмы, тип һораған була. Ҡустымды йәлләүҙән, эсем өҙөлөп, илап ебәрҙем хатта. Әсәм һарыҡта эштә, өйҙә тегеләр үҙҙәре генә асығып-миктәп ултырғандар. Мине вис юғалтып, әллә нәмәләр уйлап бөткәндәр, хәбәр итеп йөрөргә хәҙерге һымаҡ телефон ҡайҙа.
Нөгөштә бесәндә
үҙгәртергәАтай һуғышҡа китте, донъя көтөү үҙебеҙгә тороп ҡалды. Йәй булып китте. Хәмзә менән икебеҙҙе Нөгөшкә звеноға бесәнгә ебәрҙеләр, ферма малы өсөн силос һалабыҙ, бесән әҙерләйбеҙ. Хәмзә ат башында йөрөй. Июль айы ине. Саба белмәйем, быға тиклем бесәнгә йөрөгән юҡ бит инде. Сәбилә тигән ҡыҙ менән икебеҙҙе Хөснә апай сабырға өйрәтә. Звенола эш эшләрлек таһыллы кешеләр әҙ, Йәмилә тигән апайҙы иҫләйем, Сәлимйән Ҡолдобаев армияға китергә повестка көтөп йөрөй, Сәхетдин ҡарт – бына шулар инде төп көс.
Бер аҙҙан апаруҡ сабырға өйрәнеп киттек, үҙебеҙ шуға эй ҡыуанған булабыҙ. Шулайтып, эшләп алып киттек. Сәбилә менән 30 сутый ер сабабыҙ. Звенола салғы сүкерлек тә ир-ат юҡ, ҡарт ҡына Сәхетдин бабай бар ине, шул бабай салғыбыҙҙы сүкеп биргән була. Ашарыбыҙға тәғәм ризыҡ юҡ. Беҙ бесән әҙерләгән ферма шунда яҡында йәйләүҙә ята. Ферманан көнөнә кеше һайын бер литр ойотҡан бирәләр, бүтән нәмә юҡ, икмәкте күрмәйбеҙ. Ҡушымтаға үлән йыйып ашайбыҙ. Тәүҙә әттек, һарына, еләк йыйып ашаныҡ. Аҙаҡ муйыл беште. Бар ана шуның менән бесән сап, нормаңды үтә, кәбән һал.
Август үтеп китте, сентябрь етте. Беҙ һаман эшләйбеҙ. Август аҙаҡтарында ауылда кәртүк өлгөрҙө. Ауылдан әсәйҙәр беҙгә ашарға ылау ебәрә башланылар, араһында кәртүк тә була. Сентябрь башынан икмәк тә күренгеләй башланы. Иртәле-кисле һыуыҡ үҙәккә үтә, аслы-туҡлы бесән эшләп, килеп тороп йонсоноҡ. Ул саҡта сәсем оҙон, ҡуйы ине, толомлап үреп йөрөйөм. Йәй буйы урманда ауыр эштә йөрөгәндә сәс ҡайғыһымы, уны ҡарап йөрөтөргә ваҡыт та юҡ, хәл дә етмәй. Сәсемде бик йәлләһәм дә, ҡырҡтырырға тура килде. Әсәмдәр менән йәй буйы күрешмәнек, улар белмәй ҙә ҡалды.
Бына бер көн сираттағы ылау килде. Әсәм ауылдың икенсе осонда эштә булып, ылауҙы белмәй ҡалған. Беҙгә ашарға нәмә ебәрмәгән. Башҡалар ҡыуана-ҡыуана ауылдан килгән ризыҡ менән тамаҡ ашайҙар, беҙ ымһынып торҙоҡ та ҡалдыҡ. Уныһы ла, быныһы ла саҡыра, әйҙә беҙҙең менән ашайыҡ тип. Ғорурлыҡ ебәрмәй шул. Ашаманым, ҡыуышҡа инеп эй иланым, эй иланым. Ылау килмәгән өсөн ғәрлектән, көс еткеһеҙ ауыр эштән миктәүҙән, сикһеҙ арып йонсоуҙан, үҙәгемә үткән һалҡындан. Илап яттым-яттым да, таң беленә башлағайны, тора килеп, күтәрә һуғып ҡайттым да киттем.
Мин йүгерә-йүгерә Нөгөш фермаһына килеп еткәндә ҡояш ҡалҡмағайны әле, һауынсылар һыйыр һауырға тороп йөрөйҙәр. Фермаға килеп еттем дә ҡоланым. Ашамаған, йоҡламаған килеш йүгереп килдем бит. Мәрхәбә тигән инәй йәлләп китте, мине индереп, бер сеүәтә тәмле генә итеп ойотҡан туҡып бирҙе. Шуны эскәнмен дә, бауһыҙ булып йоҡлағанмын. Уянып китһәм, төш еткән. Мәрхәбә инәй, бабайыма бүре тап булған, йөрөмә, тип кире һүреп ҡарағайны ла, ҡайҙа ул уны тыңлау. Инәйҙең йәлләп биргән бер һыныҡ икмәген тоттом да, тағы йүгерҙем. Арманһыҙ булып, кис булғас, Тимергә килеп еттем. Ауылды күргәс кенә эсемә йән инеп китте, ял итергә туҡтаным. Ултырып, әҙ генә хәл алайым да, шунан өйгә ҡайтырмын, тип ултырып ҡына торғайным, арыу үҙенекен иткән, тағын йоҡлаған да киткәнмен.
Уянып китһәм, хәҙер инде бөтөнләй ҡараңғы төшкән. Көскә тороп, инәйемдәргә барып индем. Хәлемде һөйләп, усаҡ эргәһендә йылынып, уфтанышып ултыра инек, эштән ҡайтышлай әсәм килеп инде. Килеп инде лә мине таныманы. Шул хәтлем йонсоғанмын, ябыҡҡанмындыр инде, әсәйем бер ҡоҙасаһына оҡшатып: «Һаумы, ҡоҙаса, ҡалай үҙгәреп киткәнһең, ябыҡҡанһың. Сәсеңде ҡырҡтырып ҡуйғанһың дабаһа, нишләп ҡырҡтырҙың»? – тигәнен ишеткәс, былай ҙа саҡ ултырған кеше, ҡысҡырып тороп иланым да ебәрҙем.Мин илайым, миңә ҡушылып тегеләр илай.
Әсәм өйгә алып ҡайтты. Шул ятыуҙан шешенеүҙән, һыҙланыуҙан өс көн ҡыбырҙай алмай, аҙаҡ мунса инеп, кеше булып киттем. Йәш тән ни, бирешмәнем. Ҡабат бесәнгә барып торманым , бесән бөтөүгә лә яҡынлашҡайны. Колхозға эшкә сығып киттем. Шул көҙҙө Ҡуянға күсеп ҡайттыҡ.
Ҡуянға күсеп ҡайтыу
үҙгәртергәИкенсе йылына әсәмде ағас ҡырҡырға алып китәбеҙ тигәйнеләр, беҙ Ҡуянға (Нәби ауылы) күсеп ҡайтырға булдыҡ. Балалар үлде, атам һуғышҡа китте, Тимерҙә ҡалыуы бик ауыр, Ҡуянда, бәлки еңелерәк булыр, тип уйлағанбыҙҙыр инде. Өләсәм ҡапылда ҡалып торам, тип беҙҙең менән күсмәне. Бер-бер яңы ерҙә төпләнеп китә алмаһалар, кире ҡайтырҙар тип тә өмөтләнгәндер инде. Беҙҙең менән Ҡуянға күсмәне, тик барыбер яңғыҙы ҡыш сыға алмай бит инде, өлкән йәштә. Мөсәттән Әптелғәлим тигән ҡустыһы барып алып, шуларҙа ҡышланы. Уны икенсе йылына барып күсереп алып ҡайттыҡ.
Өләсәм беҙҙең менән Ҡуянда. Ул йылы шул ҡартайған өләсәм арҡаһындалыр инде, 90- ға ҡарап китте бит инде, әсәмде алмай, уның урынына мине ағас ҡырҡырға тип Күркәтауға ебәрҙеләр. Дүрт бала, арабыҙҙа Рамаҙан тигән егет бар, малай ғына инде, әле лә бар, тере әле, атаһы Мөхәррәм ине, ул бигерәк ҡарт, киттек. Малай малай инде, аталы малай – биленә бәләкәй генә балта ҡыҫтырып алған булған, аяғына матур итеп сылғау ураған, шырпыны һыуланмаһын тип йоҡа ғына итеп һыҙырылған туҙға төрөп алған. Ҡыҙҙарҙан Сәмсиямал, Гөльямал һәм мин. Әгәр шул малай булмаһа, беҙ – ҡыҙҙар нишләр инек, эт-ҡош күп. Көҙ көнө ине, Иҙел туңа башлаған, сыйҙым китеп ята ине. Беҙ Бөрйәнгә (район үҙәге) барып, шунан беҙҙе Күркәтау тигән ергә оҙатып ебәрҙеләр. Уның ҡайҙа икәнен белгән юҡ, өйрәткән буйынса, тоҫмал менән китеп барабыҙ. Йәйәүләп китеп барып, бара торғас, аҙаштыҡ. Юлды таба алмай, һуң булып китте. Арып-талып, арманһыҙ булып, юлда бер кәбән осрағайны, шуның башына менеп таң аттырҙыҡ. Иртәнсәк кәбән башынан төшөп, атлап китеп бара инек, бер өй осрап, ферма өйө булғандыр инде ул, ундағы кеше беҙгә сәй ҡайнатып эсереп, юлды өйрәтеп ебәрҙе, рәхмәт төшһөн инде ул кешегә.
Шулайтып барып еттек Күркәтауға. Эшләй башланыҡ. Эш башлауға бер аҙна-ун көн үттеме-юҡмы, түрәләр килеп төштө. Башлыҡтары Потапов тигән кеше ине. Бөтәһен дә йыйып, дөйөм йыйылыш үткәрҙеләр. Шунан һораша башланылар. Яҙып алып ултыралар: нисә йәш, өйҙә кемдәрегеҙ бар, атайҙарығыҙ ҡайҙа, тип. Беҙ яуап биреп торабыҙ инде, былай ҙа күреп тора, ваҡ ҡына балаларбыҙ бит. Шунан теге түрәләрҙе быжғырта башланы, һеҙ нимә тип бында йәш балаларҙы алып килдегеҙ, ти. Ул саҡта колхозда председатель булып Зариф ағай эшләй ине, ул да тора. Хәҙер үк был дүрт баланы ултыртып алып ҡайт, тип ат бирҙертте. Быларҙы алып ҡайт та, колхозда эш табып бир, шунда эшләһендәр, ә былар урынына ана фермалағы дояркаларыңды ебәр, тине. Ана шул Потапов беҙҙе, таңға бында эҙегеҙ булмаһын, тип, ҡыуып тигәндәй ҡайтарып ебәрҙе ул. Көс еткеһеҙ ауыр эштән ҡотҡарҙы. Ай-һай, ағас ҡырҡыу йәш кенә ҡыҙҙар эше түгел шул, ирҙәр көсө, ирҙәр таһыллығы кәрәк.
Ғилман тигән егет беҙҙе ат менән шул көндөң иртәгәһенә таң менән Ҡуянға алып ҡайтырға сыҡты, төнгә ауылға алып килеп еткерҙе, үҙе шундуҡ ағас ҡырҡҡан ергә кире боролдо, фарман шулай ине уға, ат ағас ташыу өсөн кәрәк, закон ҡаты мәл бит. Беҙ колхоз эшендә тороп ҡалдыҡ.
Ана шулай итеп беҙ Ҡуян кешеләре булып киттек, колхозға эшкә егелдек. Утауға сыҡтым. Барыбер, ағас ҡырҡыу түгел инде, өйҙән йөрөйһөң, ҡайтып өйөңдә йоҡлайһың.
Атамды ул мәлдә һуғышҡа ебәрҙеләр, ут эсендә йөрөй. Бик һирәкләп кенә хаты килде. Әсәм уҡый-яҙа белмәй, мин уҡып бирәм, яуап яҙған булам шунда хәлдәребеҙҙе белгертеп. Алға китеп шуны әйтәйем , атам һуғыштан ҡайта алманы. 1943 йылда бер хатында, һуғышта контужен булдым. Бәхет көтөгөҙ, һау булһам, бәлки мине сәпсимгә ҡайтарырҙар, тип яҙҙы. Шул хат буйынса ҡыш көнө беҙ кире Тимергә күсеп ҡайттыҡ. Юҡ, ҡайтырға насип булманы. Яҙ булғас, бер хатында, һәйбәтләндем бит, беҙ Берлинға ҡарап киттек, тип яҙҙы. Ана шулай кире һуғыш ғәрәсәтенә барып инеп китте. Берлинға күп ҡалманы, туп тауыштары ишетелеп тора, тигән һуңғы хаты килде лә, ҡабат атамдан хәбәр булманы. 1944 йылдың сентябрендә хәбәрһеҙ юғалды тигән хат килде. Беҙ атайһыҙ тороп ҡалдыҡ. Атамдың әсәһе, өләсәм дә һуғыштың бөтә ауырлығын беҙҙең менән күтәрешеп, аслығын да уткәреп, атамдың хәбәрһеҙ юғалыу ҡайғыһын да кисереп, еңеү хәбәрен дә ишетеп, 1945 йылда 90 йәшендә үлеп ҡалды, бахырым.
Мине ҡабат ағас ҡырҡыуға ебәрмәнеләр, ләкин ҡыуғынға алып киттеләр барыбер. Яҙ башында боҙ уйырға алып йөрөнөләр. Ҡар ирей башлаған. Һыуыҡ, асығабыҙ. Ҡуяндан сығып киттек, ҡалын боҙҙо уябыҙ. Күркәтау йылғаһында боҙ уйып барып, йонсоп, ыҙалыҡты күп күрҙек инде ул.Түҙмәй, Күркәтауҙан бер 30-лаған кеше ҡасып ҡайтып килдек. Ҡайтып, күп торманыҡ, кире ҡыуғынға алып киттеләр. Быныһында инде Ағиҙелдән ағас ағыҙып төштөк. 1 апрелдән Ҡағынан барып төштөк. Байназарға килеп еткәндә муйыл бешкән ине. Ашарға юҡ, аяҡҡа бер нәмә лә юҡ. Йыш ҡына боҙло һыуға сумаһың. Ағас тығылһа, мастерҙар ҡайҙа әрләп, ҡурҡытып, ҡайҙа юхалап кире һыуға төшөрәләр. Гел бер тиҫтер генә балаларбыҙ. Бер малайыбыҙ бүрәнәгә ҡыҫылып үлеп ҡуйҙы. Ауырып, мин Байназарҙа тороп ҡалдым.
Унан ҡайтҡас, ураҡҡа йөрөнөм, ырҙында ла эшләнек. Сортировкала иген таҙарттым. Эшләмәгән эш ҡалманы инде минән ул йылдарҙа. Быуыны ла ҡатмаған йәштәр ололар менән бер ҡатар йөрөп эшләнек, ауыр эш тиҙ олоғайтты. Минең һымаҡ һуғыш балаларының иркәләнеп ултырған баласағы булманы ла инде, уйлап ҡараһаң.
Семенаға барыу
үҙгәртергәҠуянда йәшәгәндә, ул саҡта председатель булып Зариф ағай эшләй ине, мине семенаға ебәрергә булып киттеләр. Яҙ етеп килә, сәсеүгә орлоҡ кәрәк, орлоҡ юҡтыр инде. Нишләп күберәк кеше булмағандыр инде, Мәстүрә тигән апай, уның өс балаһы бар, һауып эсеп ултырған һыйырын егеп алды, мин үгеҙ егеп, Кананикольскийға һоло семенаһына сығып киттек икәүләп кенә. Ул мәлдә ат юҡ, аттарҙы ла вис һыпырып һуғышҡа алып китеп бөттөләр, ауылда ҡорсаңғы, ауырыу аттар ғына тороп ҡалды. Бөтә юл йөрөү, йөк ташыу, бесән ташыу, ер һөрөү кеүек эштәрҙә һыйыр менән үгеҙ ектек.
Барғанда йөкһөҙ булғас, әллә ни ыҙа күрмәй генә барып еттек. Бына ошоно күрһәтерһегеҙ, тип бер ҡағыҙ тоттороп ебәргәйнеләр. Склад эргәһенә барып еттек. Урыҫтар, мәрйәләр уратып алды беҙҙе. Господи ла господи, тип бот сабып аптырайҙар, беҙҙе әйләндереп-әйләндереп ҡарайҙар. Һыйыр менән үгеҙ егеп, бер бала менән бисә кеше икеһе генә ер аяғы ер башынан семена тип килһен әле.
Саналарыбыҙҙы бороп биреп, елде-елде икешәр тоҡ семена һалып, баш сайҡап аптырап, оҙатып ҡалдылар беҙҙе. Ҡайтҡанда йөк ауыр, яйыраҡ киләбеҙ. Һыйыр алдан, бахыр һыйыр ҡайтыуға ызылдап ыңғай атлай, артынан үгеҙ килә. Күскәрбәккә килеп етеп, бер итәғәтле генә бабайҙарҙа йоҡланыҡ. Иртәгәһенә таң менән юлға ҡуҙғалдыҡ. Иҫке Собханғолға килеп етергә лә күп ҡалмағайны. Ағиҙел аша сығырға тура килде. Апрель аҙағы, боҙҙоң боҙолоп ятҡан ваҡыты ине. Һыйыр еңел булғас алдан имен-аман ғына сығып китте, арттан үгеҙ менән мин төштөм. Иҙелдең инде уртаһына еткәйнем, кисеүҙәге боҙ уйылып китте. Сананың осо һыуға төштө. Үгеҙ аңлаған кеше һымаҡ, сананы йәнасыҡҡа ысҡанып-ысҡанып тартып ҡарай, көсө етмәй. Тоҡтоң береһе һыуға тейҙе. Беҙ ҡотобоҙ осоп, ҡурҡабыҙ, һөрән һалып илайбыҙ, бер нисек тә сананы һөйрәп сығара алмайбыҙ, көсөбөҙ етмәй. Үгеҙ менән иген боҙ аҫтына китһә, икебеҙгә лә төрмә бит инде. Бер ус иген өсөн төрмәгә ултырталар ине, ә бында ике тоҡ иген менән үгеҙ.
Мин Мәстүрә апайға әйтәм, апай, һин үгеҙҙе тотоп тор, мин яҡындағы берәй ауылға барып кеше эҙләйем. Йүгереп яр башына сыҡтым. Сыҡһам, милиция формаһындағы бер кеше ат менән килә ята. Беҙҙең һөрәнләп илаған тауышҡа атынан һикереп төшә һалып, беҙгә ярҙамға ташланды. Сананың осонан ипләп кенә күтәрә-күтәрә, мин үгеҙҙе ҡыуам, яйлап сананы боҙ өҫтөнә сығарҙыҡ. Шулайтып, йөктө ярға сығарҙыҡ. Теге кеше кем булғандыр инде, һорарға башыбыҙға ла етмәй, икәүләп илай-илай рәхмәт әйтәбеҙ.
ФЗО-ға ебәреү
үҙгәртергәСеменаға барып ҡайтҡас, яҙ көнө Белоретҡа ФЗО-ға кеше йыя башланылар. Списокка кеше тулмағандыр инде, йә әсәһе, йә үҙе бара, тип мине яҙып ҡуйғандар. Китәһең, тип ҡаты бойорғастары мин инде ҡаршылашып торманым, ризалаштым. Әсәм китә алмай бит инде, өйҙә өләсәм, бәләкәй ҡустыларым бар.Төйнәнешеп, йыйындыҡ та юлға сыҡтыҡ. Ҡуяндан Йомабикә апай, Нәзирә тигән ҡыҙ, мин, Йомабикә апайҙың бер тиңдәш класташы бар.
Юл ыңғайы Байназар ауылына силсәүиткә инеп бер справка алырға тейеш инек. Барып еттек, силсәүиткә индек. Инһәк силсәүиттә секретарь булып эшләгән Ғәлиә генә ултыра. Силсәүит председателе булып эшләгән Әмиров юҡ. Йомабикә апайҙар олораҡ бит инде, үткерҙәр, Әмировты саҡырттырып алдырҙылар. Шулай-шулай, ФЗО-ға китеп барабыҙ, справка кәрәк, тейҙәр. Ғәлиә справка яҙа башланы ла, аптырап китте, Мырҙағолова Ғилмихаяттың йәше етмәй ҙә инде, ти. Әмиров Бөрйәнгә, район үҙәгенә, шылтыратып ебәрҙе. Тегеләр менән ҡаты һөйләшә. Нишләп һеҙ ҡарамайынса, айышына төшмәйенсә, исемлек төҙөп ултыраһығыҙ? Уның өйөндә 90-ға еткән өләсәһе бар, атаһы һуғышта йөрөй, йәше лә етмәгән. Мырҙағолова ФЗО-ға барырға тейеш түгел, тип мине алып ҡалды ул ФЗО тигәндәренән.
Әмировҡа рәхмәттәремде уҡый-уҡый мин кире Ҡуянға ҡайтып киттем ул шулай итеп. Тегеләр китте, быуындары нығынған булғас, улар бирешмәне. Йомабикә апай шунда ФЗО-ны бөтөп, Байназар ауылы Салауатов Ишбулдыға кейәүгә барып, шунда йәшәп, эшләп ҡайттылар.
Детдомда
үҙгәртергәШулайтып төрлө эштәрҙә йөрөй торғас, бер мәл детдомға барып эшкә инеп киттем. Детдомға ҡулы таҙа, ғәҙел, намыҫлы бер кеше кәрәк, тигәстәре, риза булып мин киттем дә барҙым. Һуғыштан һуңғы юҡлыҡ, аслыҡ мәл. Мине повар ярҙамсыһы итеп ҡуйҙылар. Повар булып Иманғолов Насип ҡарттың ҡатыны эшләй, Иманғолова Зәлифәнең үгәй әсәһе була инде. Юҡ нәмәне бар итеп ашарға бешерҙек. Яҙ, йәй көнө үлән йыйып алып киләбеҙ ҙә, шунан аш бешерәбеҙ, төштән һуң тоҡ тотоп тағы сығып китәбеҙ үләнгә. Балаларҙы астан үлтермәҫ өсөн, һунарсыларға рөхсәт бирелгән, улар болан атып алып киләләр. Шул итте бешерәбеҙ. Уныһы ла һәр ваҡыт булып тормай.
Балалар асыға, шешенеп ултырған сабыйҙарҙы күреп йән сыға инде. Ҡайһы берҙә бер ҡабым ризыҡ булмай китә. Ана шундай мәлдәрҙә тоҡ тоттороп, хәллерәк кешеләрг ә сығарып ебәрәләр. Шулай бер тапҡыр Байназаров Рәхимйәндең атаһы Мөхәмәтйән бабай 20 кг, икенсе тапҡыр Мәрхәбәнең ире Сөләймәндең атаһы, бабайҙың исемен онотҡанмын, 15 кг арыш бирҙе. Алып ҡайта һалып, теге арышты ҡыҙҙырып, иҙәнгә простыня түшәп ебәреп, арышты йәйеп һалабыҙ һыуытырға. Ас балалар, түҙмәй, эҫе арышты услап алып ашай башлайҙар. Эй, күрелде инде ул, күрмәгәнде. Шул арышты ҡул тирмәнендә яра тартып ашаттыҡ балаларға. Хәҙер ул мәлдә бергә эшләгән кешеләремдең береһе лә юҡ. Минең менән бергә Исламғолов Әбүзәр ҡатыны менән бергә эшләне, Карамышев Фаяз ҡатыны менән бергә. Аҙаҡ уҡыған кешеләр килә башланы. Мин барғанда директор булып бер урыҫ эшләй ине, фамилияһы Потапов, Ольга тигән ҡыҙын иҫләйем, уныһы бухгалтер ине, икенсе ҡыҙы Лена. Аҙаҡ директор итеп Өфөнән Юлмөхәмәтов тигән кешене ебәрҙеләр, Тимошенко бухгалтер. Завхоз булып Буранбаев Солтангәрәй эшләне, ҡатыны Зәбирә тәрбиәсе. Күп эшләмәнем унда, беҙҙең урынға уҡыған кешеләрҙе йыйып алдылар, кире колхозға ҡайттым.
Имсе Гөлйөҙөм инәйгә барғаны
Мин ул саҡта Байназар ауылында яңы ғына асылған детдомда повар ярҙамсыһы булып эш башлағайным. 7-сене бөткәндәр тәрбиәсе булып эшләй инеләр. Ә мин 4 класс белем менән генә. Бер мәл битемде, муйындарымды ҡарағыһыҙ булып ҡутыр баҫты. Күҙҙәрем саҡ асыла инде бына. Кешеләрҙең өйрәтеүе буйынса Байназар ауылында йәшәгән имсеГөлйөҙөм тигән инәйгә киттем. Әүлиә ҡарсыҡ, кешеләрҙе дауалай, шифаһы бик килешә, тип бик маҡтайҙар ине. Ҡараны ла был, күҙ тейгән бит һиңә, тине. Еләк кеүек йәш сағым, кейәүгә лә бармағанмын, тәсмәләп йөрөп эшләйем, күҙ тейһә лә тейгәндер инде. Үҙемде лә өшкөрҙө. Һарыҡ майын өшкөрөп, усында ыуалап йомшартып, битемә һөртөп ултыра. Ҡалғанын, бына ошолайтып һөртөрһөң, тип өйрәтеп биреп ҡайтарҙы. Бер-ике көн эсендә теге ҡутыр вис кенә ҡойолоп төштө. Шулай ҙа эҙҙәре беленеп тора бит инде. Ҡутыр урындары ҡап-ҡара, эй илайым инде. Йәмһеҙ булып тора. Икенсегә тағы барҙым. Йәш кенә көйө шаҙра битле булып ҡалғы килмәй бит инде. Тағы өшкөрөп, май биреп ҡайтарҙы. Бөттө шунан,битемдә бер ниндәй ҙә эҙ ҡалманы. Шул тиклем дә шифаһы тейҙе. Ҡабат ул инәйҙе күреүгә насип булманы.
Ир ҡатыны булып, донъя көтөүе
үҙгәртергә1950 йылда була, яҙ башы, мине Һарт ауылы (Иҫке Монасип) Муллағолов Нурмөхәмәт тигән кеше һоратып килде. Ул саҡта Тимергә күсеп ҡайтып, мин доярка булып эшләй инем. Күргән-белгән кешем түгел. Әсәмдәр риза булып мине Һартҡа кейәүгә оҙатып ебәрҙеләр. Нурмөхәмәт тракторға уҡып ҡайтып, Һартта тракторист булып эшләп йөрөй.
Һәйбәт итеп йәшәп алып киттек. РТС асылғас, Ҡурғашлыға күсеп килдек. Ул алдынғы тракторист, гел маҡталып эшләне. Һүрәте Почет таҡтаһынан төшмәне бер ҡасан. Бер ваҡытта ла премиянан ҡалманы. Эштәре лә ауыр булды. Стәрлетамаҡҡа төнөн сығып китәрҙәр ине, Белоретҡа йөрөнөләр. Бензин ташынылар, яғыулыҡ. Көн тимәй, төн тимәй эшләне. Бер мәл Мәскәүгә ебәрҙеләр, тырыш хеҙмәте өсөн выставкаға алып барҙылар. Начальниктары Нагаевтар менән бергә барҙылар, бүләктәр алып ҡайтты. Эше ауыр булды инде, әйтәһе түгел. Шуның касафаты булды, һыуыҡ тейҙереп, ауырып, ҡапыл ғына приступ булып, йәшләй генә мәрхүм булып ҡалды.
Ғаиләбеҙ ишәйеп китте. Вәхит 1952 йылғы, аварияға осрап, фажиғәле рәүештә һәләк булып ҡуйҙы. Өс балаһы ҡалды. Рәил 1954 йылғы, Вәсилә 1956 йылғы, 1958 йылғы малайым бар ине, Ғаяз исемле, ҡапыл ғына ауырып үлеп ҡалды. Унан аҙаҡ Рима 1960 йылғы, Сәлим 1962 йылғы. Кинйәбикәм Әнисә 1964 йылғы. Әлеге көндә бына шул Әнисә менән донъя көтөп торабыҙ инде. Улым Рәил менән бер ишек алдындабыҙ. Балаларымдан уңдым. Ярҙамдарынан ташламайҙар, хәлемде белешеп торалар, ҡунаҡ-төшөмдәренән ҡалдырмайҙар. Оло кешегә тағы ни кәрәк, Аллаға шөкөр.
Бабайым үлеп ҡалғас, Байназарҙан Ҡурғашлыға почта ташыусы булып эшкә төштөм. Пенсияға сыҡҡансы шунда эшләп, бына әлеге көндә хаҡлы ялда ултырам. Рәхмәт хөкүмәткә, пенсияһын биреп тора. Өйөм йылы, былтыр газ үткәреп алдыҡ. Донъялар тыныс булһын, ҡыуанып, йәшәргә лә йәшәргә генә инде.
Тыл ветераны Муллағолова Ғилмихаят Нуритдин ҡыҙынан 2015 йылда яҙып алынды.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата яҙып алынған материалдарҙан. Нәсимә Науразбаева.