Был ваҡиға төндә булды

Өс мөйөшлө хат

Беҙ алғы һыҙыҡтабыҙ. Һалдаттар блиндаж эсендә йоҡлай. Блиндаждың алдында ике һалдат пулемет менән урынлашҡан. Мин һаҡта торам. Бер туҡтауһыҙ блиндаждың бер осонан икенсе осона атлайым. Блиндаждың бер осона етәм дә һауаға атам, икенсе осона етәм дә тағы атам. Шулай йөрөй торғас ниндәйҙер ҡыштырҙау ишеттем. Ҡурҡынҡыраһам да нимә икәнен белергә булдым. Блиндаждың осона еткәс һауаға аттым да шунда боҫоп ултырып көтә башланым. Мине киткән тип уйлағандарҙыр, ипләп кенә боҫоп ҡараһам, немецтәр яғынан бер-нисә кеше шыуышып килә. Ай яҡтыһында баштары ғына күренә. Мин улар өҫтөнә бер-бер артлы ике граната ташланым. Беҙҙең һалдаттар уянды. Атыш башланды. Немецтәр беҙҙе йоҡлап ятҡанда килеп баҫмаҡ булған.

Таң атты. Мин граната ташлаған ерҙә өс немец һалдаты үлеп ята. Беҙҙе һаҡлаған пулемет ултырып ҡалған, ә һалдаттары юҡ. Миңә командир строй алдында благодарность объявить итте.

Манишев Сәлмән хәтирәләренән. 1965 йылда яҙып алынған. Рафиҡ ауылы.


Фронт урман аша үтә

Рота командире килде һәм 14 кешене разведкаға алып китте. Улар араһында мин дә бар инем. Беҙ немецтәр тылына сыҡтыҡ. Йөрөй торғас бер күлгә килеп еттек. Ҡараһаҡ, был күлдә унлап немец һалдаты һыу төшөп йөрөй. Тәүҙә шым ғына ҡоралдарын, кейемдәрен йыйып алдыҡ. Шунан үҙҙәрен ағас араһына алып инеп киттек. Фронт һыҙығын сыҡҡас кейемдәрен биреп кейенергә ҡуштыҡ. Үҙебеҙҙекеләргә алып килеп тапшырҙыҡ. Пленныйҙар өсөн һуңынан рота командирына орден тапшырҙылар, ә һалдаттарға өс көн ял һәм егерме бишәр һум аҡса бирҙеләр.

Хасанов Баһаутдин хәтирәләренән. 1965 йылда яҙып алынған. Рафиҡ ауылы.


Ҡырымды азат иткәндә

Беҙҙең мотоботальон Джанкойға бара торған шоссе буйлап алға китте. Һуғыша-һуғыша немецтәрҙең тылына үтеп киттек. Шоссе буйлап Джанкойға барып индек. Был ваҡытта беҙ бөтәһе 25 мотоциклда һәм бер еңел автомашинала инек. Ѳҫтөбѳҙѳ саң, туҙан ҡаплаған, бөтөнләй танырлыҡ түгел. Беҙҙең турала берәү ҙә белмәй. Урамдағы майҙанға барып туҡтаныҡ. Шул ваҡыт беҙҙең яҡҡа яҡшы кейенгән немец офицеры килә. Уны беҙ ҡулға алдыҡ. Теге: "Мин жаловаться итәм " — ти. Аҙаҡтан беҙҙең йондоҙҙарҙы күреп ҡойолоп төштө. Шунан фашист формаһындағы бер үзбәкте тотоп алдыҡ. Был ҡалала бер батальон власовсылар торған икән.

Беҙ урам буйлап киттек. Өйҙәрҙең баштарында пулеметтар, зениткалар бар. Беҙ өй тапҡырына барабыҙ ҙа автоматтарҙы, пулеметтарҙы ҡыйыҡ башына, фашистарға тоҫҡайбыҙ. Немецтәр ҡаршылыҡ күрһәтмәйенсә генә пленға бирелә. Шулай итеп бер урынға 90 немец һалдатын йыйып алып килдек. Уларҙы ҡоралһыҙландырып бер һалдат үҙебеҙҙекеләр яғына һаҡлап алып китте. Дошман һиҙеп ҡалып беҙгә өйҙәрҙән пулеметтарҙан ут асты. Беҙ немецтәрҙе ҡыуа-ҡыуа вокзал яғына барабыҙ. Командир миңә һәм бер иптәшемә алға барып ҡарап килергә ҡушты. Алда ҡалҡыуыраҡ ер бар, беҙ икебеҙ боҫоп ҡына барып вокзал яғын күҙәтәбеҙ. Күрәбеҙ, тимер юлда бронепоезд тора. Бөтә булған пушка, пулеметтарын беҙ килер яҡҡа тоҫҡап көтөп торалар. Тиҙ генә кире боролоп барып командирға һөйләп бирҙек. Аҙ ғына көс менән вокзалға һөжүм иткәндән файҙа булмаҫ ине. Шуға күрә беҙҙең отряд башҡа алға китмәне. Шул урында туҡтап, төп көстәрҙең килеп еткәнен көтөп ҡалырға булдыҡ.

Хасанов Ғилметдин хәтирәләренән. 1965 йылда яҙып алынған. Рафиҡ ауылы.
Рафиҡ ауылынан һуғышта ҡатнашҡан ветерандар иҫтәлеге Бөйөк Еңеүҙең 20 йыллығына ҡарата яҙып алынған материалдарҙан. Рәжәп Хәсәнов.